Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Ғинуар 2020, 17:30

Яҡты булһын күңелдәр, оҙон булһын ғүмерҙәр

Боронғо “Ун ике йыллыҡ хайуандар фалнамәһе”ндә йыл тураһында ошолай яҙылған: “Сысҡан йылында изгелек булыр. Боҙоуҙар йыш булыр. Боҙоуҙарға әҙәмдәр шифа табыр. Ямғыр күп яуыр. Көҙ иген мул, осһоҙ булыр. Сысҡан игендәргә зыян яһар. Тағын яҡшы емештәр күп булыр. Ул йыл ҡыҙ тыуһа, зирәк, аҡыллы булыр”.

Башҡорттар Ислам ҡабул иткәс, Ай календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ цикл да йәшәүен дауам иткән. Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән, тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Сысҡан (Ҡомаҡ) йылын уңышлы була тигән фараз йәшәй. Сысҡан йылы—игенлек, тигән һынамыш та бар.
Ә астрологтар нимә ти һуң? Билдәле булыуынса, нәҡ Сысҡан 12 йыллыҡ циклды асып ебәрә. Ошо йылдан киләсәк йылдарға нигеҙ һалынасаҡ. Шуға ла был циклды яҡшы уйҙар, изге ниәттәр, мәрхәмәтле эштәр менән башлайыҡ!
Йыл стихияһы—металл (тимер). Ул иһә ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, тәүәккәллек бил-дәһе. Сысҡан ныҡлап уйламай, дыуамал ҡылынған эш-хәлдәрҙе өнәмәҫ. Ул бик һаҡ йән эйәһе. Ике йөҙлөлөктө яратмай. Тоғро, саф күңеллеләргә ярҙамға килер. Ҡыйыу, асыҡ күңелле, эскерһеҙ, хәйләһеҙ икәнһегеҙ—был һеҙҙең йыл. Астрологтар шулай ти. Сысҡан һәр яҡлап та ярҙам итер. Иҫәп-хисап, муллыҡ яратҡан бәләкәй генә йәнлек һеҙҙең кеҫәгеҙҙе лә ҡалынайтырға әҙер.
Боронғо “Ун ике йыллыҡ хайуандар фалнамәһе”ндә йыл тураһында ошолай яҙылған: “Сысҡан йылында изгелек булыр. Боҙоуҙар йыш булыр. Боҙоуҙарға әҙәмдәр шифа табыр. Ямғыр күп яуыр. Көҙ иген мул, осһоҙ булыр. Сысҡан игендәргә зыян яһар. Тағын яҡшы емештәр күп булыр. Ул йыл ҡыҙ тыуһа, зирәк, аҡыллы булыр”.
Сысҡан йылында тыуғандар баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, дәртлеләр, әүҙемдәр. Бик талантлы, көндәр буйы баш баҫып эшләп ултырырға һәләтле, көләкәс, һөйкөмлө. Тиҙ эшләргә, кәйеф-сафа ҡорорға яраталар. Фантазерҙар, ҡайһы саҡ агрессив та булып, тештәрен сығарып та алыуҙары ихтимал. Ҡомаҡтың үткер тешенә эләгеүҙән һаҡланығыҙ. Ҡулдарынан килмәгән эш юҡ, тигәндәй. Нимәгә тотонһалар ҙа матур, теүәл үтәргә тырышалар. Үҙҙәрен маҡтап та ебәрһәң, бигерәк иреп китерҙәр.
Әйҙәгеҙ, ошо йондоҙнамә аҫтында тыуған күренекле сәнғәт әһелдәренә һүҙ бирәйек!

Тулыраҡ "Атайсал" гәзитенең 1-се һанында уҡығыҙ (3.01.2020 йыл).
Читайте нас: