Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Ғинуар 2020, 17:15

Һүҙ - Әлфирә Йосоповаға

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы Әлфирә Йосопова ниҙән йә кемдән ҡурҡа? Был һорауға яуапты беҙҙең сайтта табырға мөмкин.

Әлфирә Йосопова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
2020 йыл үҙ йылым булһа ла, унан күпте көтмәйем. Сөнки бөтә нәмә лә Аллаһ ҡулында. Унан уҙып әллә ни атҡарып та булмайҙыр. Бер кем дә иртәгә ни булыр белмәй. Шулай ҙа оптимистик ҡараштамын. Яңы йыл да яңы пьесалар сәхнәгә сығарылыр, миңә лә роль бирелер тип ышанам. Проекттар уйланыла икән, ярҙам итергә лә әҙермен. Эшемде яратам.
Ҡомаҡ йылында тыуһам да, үҙем сысҡандарҙан шул тиклем ҡурҡам. Бәләкәй генә йән эйәһе ҡотомдо ала ла ҡуя инде. Ә характерым буйынса рухи яҡтан көслөмөн. Хатта ҡайһы саҡ физик яҡтан да бәғзе бер ир-егеттәрҙән көслөрәкмендер әле. Шулай ҙа мин бит—ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл зат нәзәкәтле булырға тейеш. Беҙ һәр саҡ яҡлауға мохтаж, ғаилә усағын һаҡлаусы. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ башҡармаған эш юҡ ул. Мөмкин булһа, уларға һәйкәл дә ҡуйыр инем әле.
Яңы йыл менән барығыҙҙы ла ҡотлайым! Үҙем спорт яратҡас, һеҙҙе лә сәләмәт тормошҡа саҡырам! Һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ!