АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Декабрь 2019, 13:40

Яңы тәьҫораттар менән ҡайттылар

Сибай гимназия-интернатынан 3 уҡыусыға был күркәм байрамда булып ҡайтыу бәхете тейҙе.

20 декабрҙә «Башҡортостан» концерт залында Республика шыршыһы үткәрелде. Был сарала уҡыу алдынғыһы,олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре булып торған һәм ауыр хәлгә ҡалған 780 бала ҡатнашты.
Сибай гимназия-интернатынан 3 уҡыусыға был күркәм байрамда булып ҡайтыу бәхете тейҙе. Уҡыу алдынғыһы һәм олимпиадалар призеры Рәхимә Ҡыуатова,төрлө йыр һәм бейеү бөйгеләре,олимпиадалар еңеүсеһе Зөләйха Мөхәмәтова һәм кадет класы уҡыусыһы Венер Вәлитов баш ҡалала булып ҡайтты.
Уҡыусыларҙың беренсе көнө «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлашыу, күңелле дискотека ,яңы дуҫтар табыу менән үтте. Икенсе көндө иһә байрам шыршыһы тирәләй йыйылдылар.
Башта уҡыусыларҙы премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров Радий Хәбиров исеменән ҡотланы. Һуңынан концерт залының фойеһында, төрлө әкиәт геройҙары һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында күңелле программа күрһәтелде. Уҡыусылар «Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы!» тип аталған театрлаштырылған тамаша ҡараны. Тамашаларҙан һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар тәмле-татлы күстәнәстәр һәм йомшаҡ уйынсыҡ алып ҡыуанды.
Был сәфәр гимназистарға бик оҡшаны.Уҡыусылар яңы дуҫтар табып, өр-яңы тәьҫораттар менән ҡайтҡан. Киләсәктә тағы ла тырыш булырға тигән маҡсат менән янып йәшәйә улар хәҙер.

Айгизә Әбдисова
10 а класы уҡыусыһы.