Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2019, 08:53

ӘСӘЙҘӘР БИТ ҠОЯШ КЕҮЕК...

24 ноябрь—Әсә көнө24 ноябрьҮҙең ғүмер бүләк иткән балаларыңа һөйөнөп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр! Йылайыр районы Һабыр ауылына килен булып төшөп, яҙмыш ҡушыуы буйынса Хәйбулла районының Степной ауылында Йәмил Абдулла улы менән ғүмер итеүсе Альбина Ҡоҙашева тап шундай бәхетле әсәләрҙең береһе.

...Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ.
(А.Игебаев)
Үҙең ғүмер бүләк иткән балаларыңа һөйөнөп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр! Йылайыр районы Һабыр ауылына килен булып төшөп, яҙмыш ҡушыуы буйынса Хәйбулла районының Степной ауылында Йәмил Абдулла улы менән ғүмер итеүсе Альбина Ҡоҙашева тап шундай бәхетле әсәләрҙең береһе. Күптән түгел генә ул “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
—Үҙем—9, ә Йәмил 8 бала араһында үҫкәнгәме, күмәк бала тура-һында хыялландыҡ. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр ярҙамсыл,
иғтибарлы, ихтирамлы була, башҡаларҙы хәстәрләргә өйрәнә,—ти ул.
Хөкүмәт тарафынан күп балалыларға ярҙам да бар. Ҡоҙашевтар “Әсәлек капиталы”на йорт һалып инеүҙәренә шатланып бөтә алмай. “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Альбина Мәрхәмәтдин ҡыҙы әлегә бала ҡарау ялында булһа, ире Йәмил—Аҡъяр ауылындағы Балалар ижады үҙәгендә хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары. Балалары үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора. Өлкәндәре Арслан 5-се класта уҡый, спорт секцияларына йөрөй, саңғы ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. 3-сө класта уҡыусы Алина бейеү, шахмат менән ҡыҙыҡһына. Камил, Рәмил, Зарина әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
—Әсәй тип өҙөлөп тороусы балаларым, һәр яҡлап терәк-таяныс булған тормош иптәшем бар. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете шунда бит. Бәхетлемен,—ти Альбина Ҡоҙашева.