Мөхәммәт пәйғәмбәр 63 йәшендә тыуған көнөндә яҡты донъянан китә. Был айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжере мәртәбәлерәк, ә байрам үткәргән һәр йортҡа, һәр кешегә ҙур сауап була тип иҫәпләнә. Мәсеттең имамы Ринат хәҙрәт Антипов, уға терәк-таяныс булып тороусы муллалар—Наил Итбаев, Төхбәтулла Ҡансурин, Мөхтәр Шәрипов, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһе менән иман юлында булыусы Заһир Байгилдин, ауыл старостаһы Иршат Айытбаевтар тарафынан Мәүлит уҡылды. Һуңынан өгөт-нәсихәт тыңланылды. Һәр ваҡыттағыса әүҙем ауыл килендәре мул сәй табыны ойошторҙо. Сараға килеүселәр рухланып, күңелдәрен байытып таралышты.