Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Ноябрь 2019, 10:50

"Сөмбөлә" байрамы кескәйҙәрҙе йыйҙы

Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһында “Тамсылар” төркөмөндә Сөмбөлә байрамы үтте . Был төркөмгә кескәйҙәр бары ни ике ай ғына йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, шау-гөр килеп байрамда ихлас ҡатнаштылар.

Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһында “Тамсылар” төркөмөндә Сөмбөлә байрамы үтте . Был төркөмгә кескәйҙәр бары ни ике ай ғына йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, шау-гөр килеп байрамда ихлас ҡатнаштылар.Тәрбиәселәре Иҫәнбаева Рәсимә Хаҙарис ҡыҙы, Ғилманова Әнүҙә Миңлеғәле ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Ҡашҡарова Регина Ринат ҡыҙы бик матур иртәлек эҙерләгән ине. Бәләкәстәр матур-матур костюмдар кейеп килгән. Иртәлек барышында уларға ҡуян осраны. Бергәләп төрлө уйындар уйнанылар. Ә Көҙһылыуҙы балалар йыр, шиғыр, бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы.
Сара барышында кескәйҙәр көҙ миҙгеле, халҡыбыҙ байрамы менән танышты.
Рәсимә Иҫәнбаева, Сибай ҡалаһы “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.