Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Октябрь 2019, 11:50

Икмәктән оло аш юҡ

Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте оло баһаланған.Эйе, икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү—беҙҙең бурыс.16 октябрь Икмәк көнө билдәләнде. Ошоно иҫәптә тотоп, "Сулпылар" балалар баҡсаһындағы сираттағы бер көнө нәҡ ил байлығына - икмәккә арналды.

Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте оло баһаланған.
Эйе, икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү—беҙҙең бурыс.
16 октябрь Икмәк көнө билдәләнде. Ошоно иҫәптә тотоп, "Сулпылар" балалар баҡсаһындағы сираттағы бер көнө нәҡ ил байлығына - икмәккә арналды. Төркөмдәрҙә әңгәмәләр үткәрелде, ә инде мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә бай мәғлүмәтле асыҡ дәрес уҙғарылды. Балаларға икмәктең нисек үҫкәне, уның ниндәй ауырлыҡтар менән беҙҙең өҫтәлгә килеп эләгеүе хаҡында бәйән ителде. Шулай уҡ комбайнер һөнәре менән яҡынса таныштырҙыҡ. Тәрбиәләнеүселәр ҡамыр эшләү, икмәк бешереү серҙәренә өйрәнде. Ғөмүмән, икмәк көнөнә арналған эшмәкәрлек фәһемле һәм файҙалы булды. Асыҡ дәрес аҙағында балалар "яңы" бешеп сыҡҡан икмәкте ҡотлап "Аҡ ҡалас" йырын башҡарҙы. Кескәйҙәргә ял көндәрендә әсәйҙәре менән берәй тәмле бәлеш йәки
икмәк бешереп ҡарарға тәҡдим ителде. Киләсәктә оло хеҙмәт емеше булған икмәкте улар тағы ла нығыраҡ ҙурлар, ҡәҙерләр тип ышанғы килә.
Лилиә Абдулғафарова.