Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Октябрь 2019, 10:55

11 ОКТЯБРҘӘ СИБАЙҘА НИНДӘЙ САРАЛАР ҮТӘСӘК?

11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибайҙа Башҡортостандың «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай. Байрам көндө Сибайҙың үҙәк майҙанында көндөҙгө 12.00. сәғәттә «Сәләм» хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың презентацияһы була.

11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибайҙа Башҡортостандың «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай. Ул Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булдырылған. Яңы телеканал эфирында урындағы студияларға биш сәғәт бүленә, шул иҫәптән иртәнге 07.00— 08.00 сәғәттәрҙә, көндөҙгө 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә һәм 17.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем прайм-тайм. «Сәләм» Башҡортостандың кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа күрһәтә.
Байрам көндө Сибайҙың үҙәк майҙанында көндөҙгө 12.00. сәғәттә «Сәләм» хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың презентацияһы була.
Тантаналы сарала билдәле йырсылар--Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева ҡатнаша, бик күп бүләктәр уйнатыла.
Шулай уҡ был көндә медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге «Рәсәй тимер юлдары»— «Өфө ҡалаһы медицинаһы» дауаханаһы табиптарында бушлай тикшерелергә мөмкин. Сибай ҡалаһы поликлиникаһында был көндө хируг, кардиолог, невролог алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 89297538140.