Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Октябрь 2019, 09:45

Ололарҙы ололаныҡ

Көҙҙөң матур бер мәлендә Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләнә. Ошо уңайҙан Баймаҡ районы Семен ауылында матур сара үтте.

Көҙҙөң матур бер мәлендә Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләнә. Ошо уңайҙан Баймаҡ районы Семен ауылында матур сара үтте.
Кисәгә ғүмере буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ эшенән ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә - алтын йыуыу фабрикаһында, мәктәптә, балалар баҡсаһында, «Зауральский» совхозында һәм башҡа ерҙә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе ауылдаштарыбыҙ саҡырылды.
Оло йәштәге апай һәм ағайҙарҙы ауыл хакимиәте башлығы Рәсүл Сәлимов тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.Ҡотлауҙарға урындағы ветерандар советы рәйесе Фәриҙә Йәнсурина, Түбә руднигы ветерандары Рауил Насыров менән Әхтәм Шәрәфетдинов та ихлас ҡушылды.
Балалар баҡсаһы, мәктәп коллективтары, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнгән концерт барыһының да күңеленә хуш килде. Концертты Нурия Забитова алып барҙы. Саҡырылған ҡунағыбыҙ, ауылдашыбыҙ Альберт Салауатов байрамыбыҙҙы йәмләп, үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. Баянсы Дим Шәрәфиев башҡарған көйҙәргә өлкәндәр дәртле генә итеп бейеп тә алды.
Байрам сәйенән һуң ололар, кисәне ойоштороусыларға рәхмәттәрен әйтеп, ҡәнәғәт булып таралышты.