Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Сентябрь 2019, 08:01

Белем үрҙәренә тырыштар ғына етә

1 сентябрь—Белем көнөндә республикабыҙҙа 1310 мәктәпкә 487, 7 мең уҡыусы уҡырға бара. 55 мең бала белем усаҡтарының ишеген тәүге тапҡыр аса. Һеҙ һүрәттә күргән Арыҫлан Арыҫланов менән Риана Ырыҫбаева тәү тапҡыр белем асҡысын ҡулдарына аласаҡ көндө ашҡынып көтә. Кескәйҙәрҙең тик алдынғы ғына рәттә барыуҙарын, тырышып уҡыуҙарын һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары булыуҙарын теләйбеҙ.

1 сентябрь—Белем көнөндә республикабыҙҙа 1310 мәктәпкә 487, 7 мең уҡыусы уҡырға бара. 55 мең бала белем усаҡтарының ишеген тәүге тапҡыр аса.
Волга буйы федераль округында 23 яңы мәктәптең сафҡа индерелеүе көтөлә. Шуларҙың иң күбеһе Башҡортостан Республикаһына тура килә. Быйыл төбәгебеҙҙә 11 өр-яңы мәктәп төҙөлгән. Шул иҫәптән, Баймаҡ ҡалаһында ла бер яңы белем усағы уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.
Сибай ҡалаһы мәктәптәре лә үҙ уҡыусыларын ашҡынып көтә. Быйыл ҡалабыҙҙа 947 уҡыусы парта артына беренсе тапҡыр ултыра. Беренселәр өсөн—25 рус, 10 башҡорт класы асылған.
“Ирәндек” лицейы быйыл 1-се класҡа 60 бала йыйған. Шуларҙың 30-ы башҡорт
класында уҡыһа, икенсе яртыһы рус класында белем аласаҡ.
Һеҙ һүрәттә күргән Арыҫлан Арыҫланов менән Риана Ырыҫбаева тәү тапҡыр белем асҡысын ҡулдарына аласаҡ көндө ашҡынып көтә. Кескәйҙәрҙең тик алдынғы ғына рәттә барыуҙарын, тырышып уҡыуҙарын һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы
ул һәм ҡыҙҙары булыуҙарын теләйбеҙ.