Изге һәм яҡты Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым! Тыныслыҡты, мәрхәмәтлекте, туғандар тураһында хәстәрҙе һәм килешеп йәшәүҙе үҙ эсенә алған күркәм байрам мосолман халҡының матур традицияһын, иман ныҡлығын сағылдыра.
Йөҙәр йылдар дауамында изгелек, кешелектең яҡты тойғолары менән һуғарылған Ҡорбан байрамы халыҡты берләштерә, шәфҡәтлелекте, яҡшылыҡты алға ҡуя, балаларҙы дини ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән тәрбиәләргә саҡыра.
Байрам көнөндә мосолмандар мохтаждарға ярҙам күрһәтә, туғандарына, яҡындарына барып хәлдәрен белә. Бындай ҡараш, йылы һүҙҙәр кешеләрҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта, шатлыҡ хисе уята. Мәрхәмтлелек изгелекте арттыра.
Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, етеш тормош, именлек теләйем!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Ҡорбан байрамы рух һәм иман таҙалығын сағылдыра, исламдың барлыҡ изге нигеҙҙәрен—сабырлыҡты, яҡындарға һөйөүҙе, тирә-яҡҡа хәстәрҙе һәм мәрхәмәтле ҡарашты һынландыра. Ул ололарҙы ололарға, мохтаждарға ярҙам итергә, яҡындарыбыҙға шәфҡәтле булырға, балаларҙы итәғәтле, иманлы итеп тәрбиәләргә өйрәтә.
Ислам дини ҡиммәттәре киләсәктә лә рухыбыҙҙы нығытһын, күп милләтле республикабыҙҙа халыҡтар үҙ-ара татыу, килешеп йәшәһен өсөн ныҡлы нигеҙ булһын, мөнәсәбәттәрҙе көйләһен, йәмғиәттәге тыныслыҡты һаҡлаһын.
Изге байрам уңайынан барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, ғаиләләргә муллыҡ, именлек, уңыштар теләйем!
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.
Аллаһ Тәғәлә өсөн кешеләрҙең иң яҡшы эше—Ҡорбан байрамында ҡорбан салыу. Хәҙистәребеҙҙә әйтелеүенсә, ҡорбан итеп салынған мал Ҡиәмәт көнөндә мөгөҙө, тиреһе, тояҡтары менән киренән терелтелер, ә ҡорбан салыусыны Раббыбыҙ малдың ҡаны ергә тамғансы оло дәрәжәгә ирештерер.
Ҡорбан байрамы—изге, мәрхәмәтле, миһырбанлы, тәрбиәле булыуыбыҙҙы, йәғни, йәмғиәтебеҙҙең иманға, татыулыҡҡа, әҙәплелеккә ынтылыуын күрһәтеүсе байрамдыр.
Байрамдың төп маҡсаты—Аллаһ Тәғәләнең кеше йәнен ҡыйыуҙы тыйыуын, бының ҙур гонаһ булыуын тағы бер тапҡыр иҫкәртеү. Мосолмандар был көндө илгә—тыныслыҡ, халҡыбыҙға иман, әхләҡ һәм бәхет һорап Раббыбыҙға доға ҡыла.
Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе оло Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Барыбыҙға ла иман байлығы, һаулыҡ, бәхет, ил-йортобоҙға тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек насип булһын.
Байрам намаҙы 11 август 10.00 сәғәттә үтә. Намаҙлыҡ менән килеүегеҙ һорала.
Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов,
Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” йәмиғ мәсете имам-хатибы.