АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Август 2019, 17:18

10 август—Ғәрәфә көнө

Ғәрәфә көнө — мосолман байрамы, Хаждың тажы, 12-се айҙың (зөлхизә) 9-сы көнөндә була. Рамаҙан айы тамамланғандан яҡынса 70 көн үткәс билдәләнә. Был көндә хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә ғибәҙәт ҡыла. Башҡорттарҙа был көн Әрәпә тип тә атала.

Ғәрәфә көнө — мосолман байрамы, Хаждың тажы, 12-се айҙың (зөлхизә) 9-сы көнөндә була. Рамаҙан айы тамамланғандан яҡынса 70 көн үткәс билдәләнә. Был көндә хаж ҡылыусылар Мәккәнән 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ғәрәфә тауына бара һәм уның итәгендә ғибәҙәт ҡыла. Башҡорттарҙа был көн Әрәпә тип тә атала.
Оло хаж үтәлһен өсөн Ғәрәфә тауында торорға кәрәк. Уға ла әҙерлек үмрәләге кеүек - ғөсөл ҡойоноп, тырнаҡты киҫәһең, тәндәге төктәрҙән арынаһың, ихрам кейәһең, ике рәҡәғәт намаҙ уҡығас, махсус ниәт әйтәһең. Ихрам хәлендәге кеше, йәғни мөхрим, теленән тәлбиәне төшөрмәҫкә тейеш.
Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммә Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары өҫтөндә вәғәз һөйләгәне билдәле.
Ғәрәфә тауында тороу - хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе, иң юғары нөктәһе.
Тауҙың сиктәре һары һыҙат менән билдәләнгән. Һыҙаттан тышта ҡалыу - ғәфү ителмәҫ хата, сөнки ул тарафтар Ғәрәфәт тауына инмәй. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә: «Хаж - ул Ғәрәфәт тауында ғибәҙәт ҡылыу», - тип әйткән. Сиккә тура килгән бер мәсет тә бар икән бында, уның бер яғындағы хаж ғибәҙәте дөрөҫ була, һыҙаттан тышта ҡалғанында - юҡ.
Мосолмандар инаныуынса, был көндә сауаптар ҙа, гонаһтар ҙа бик күпкә арттырып яҙыла.
Ғәрәфә көнөнән һуң Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Был тауҙа тороп үткәргән көндөң тамамланыуына ( Исламда яңы көн ҡояш батып бөткән ваҡыттан башлана) хаж ҡылыусылар Мина үҙәненә йүнәлә. Ошо үҙәндән өс көн дауамында шайтандарға таш бәрергә йөрөйҙәр.
Ғәрәфә көнөндә тотолған ураҙа мөьмин-мосолманды Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта тип һанала. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был хаҡта: "Был көндөң ураҙаһы үткән һәм киләһе йылдың гонаһтарынан таҙарта", - тип әйткән.
Хаж ҡылмаған мосолмандарға был көндә ураҙа тотоу сөннәт.
Читайте нас: