Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Август 2019, 12:05

Йәмләнде лә, йәнләнде лә ауыл

Йәй йылдың иң күркәм миҙгеле генә түгел, ә осрашыуҙар мәле лә тиһәк яңылышмаҫмын. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында күптән көткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы шаулап-гөрләп үтте.

Йәй йылдың иң күркәм миҙгеле генә түгел, ә осрашыуҙар мәле лә тиһәк яңылышмаҫмын. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында күптән көткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы шаулап-гөрләп үтте.
Ауылдың тирә-яғын тәртипкә килтереп, был матур сараға халыҡ дәррәү әҙерләнде. Ситтә йәшәүселәр ҙә битарафлыҡ күрһәтмәне, финанс сығымдарҙы ҡаплашыуҙа ярҙам итте.
Иҫәнгилденең тарихы 1929 йылға барып тоташа. Уға Үрге Иҫәнгилденән күсеп килеп нигеҙ һалалар. Тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлашҡан ауылыма быйыл 90 йыл булды. Этҡара, Маяҡ исемле тауҙарға һыйынып ултырған Иҫәнгилделә Ҡыуандыҡ исемле йылға аға. Ул ҡасандыр мул һыулы булған, тирә-яғында емеш-еләк күп үҫкән. Ғөмүмән, ауыл ер-һыу атамаларына бай. “Буранбай” үҙәгендә атаҡлы сәсән Буранбай Ҡотдосов ер-ләнгән, уны урындағы халыҡ бик ҡәҙерләп, тәрбиәләп тора. “Дөйә һуйған” һаҙының ле-гендаһы ла бик ҡыҙыҡлы. Борон беҙҙең яҡтарҙа ҡаҙаҡтар бик күп булған. Улар дөйәләргә атланып йөрөгән. Шулай бер заман ауыл кешеләре уларҙың дөйәһен урлаған, эҙ юйҙырыу өсөн малдың тояҡтарына тоҡ кейҙереп, алыҫҡараҡ, Малҡан тауы итәгендәге йылға буйына—һаҙлыҡҡа алып барып һуйғандар. Шунан уның итен бешереп, тәмләп ашап ултырғанда яндарынан дөйәнең хужаһы китеп бара икән. Тегене табынға саҡырып, һыйлай башлайҙар. Ҡаҙаҡ ниндәй ит икәнен аңлаһа ла, өндәшмәй. Ҡурҡышынанмылыр маҡтап-маҡтап ашарға тотона: “Байыш дос, Ҡарамалы, Яңғаҙы дос, Иҫәнгилде модә дос”. Шул ваҡыттан алып, дөйә һуйған һаҙға “Дөйә һаҙы” тип исем бирәләр. Йәнә беҙҙә Йомортҡалы күле бар, ул заказниктар исемлегенә ингән.
Байрамға килгәндә, уны үткәреү урыны итеп Ҡымыҙлы һаҙы һайланып, байрамса төҫ алған ине. Башта йыйылған халыҡ ауыл мәсетендә аят тыңланы, унан Иҫәнгилде буйлап экскурсия ойошторолдо, обелискы янына сәскәләр һалынды. Ҡымыҙлыла халыҡ таланттары концерт ҡуйҙы, сығыштар тыңланы. Иҫәнгилде мәктәбендә ҡасандыр эшләп киткән шағирә Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡ-мар) байрамдың иң мәртәбәле ҡунағы булғандыр. Ул мәктәп тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ауылға бағышланған шиғырын уҡыны, ауыл ки-тапханаһына һәм мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт хәбәрсеһе Зәкирйән Итбаевҡа китабын бүләк итте. Байрамды музыкаль йәһәттән талантлы яҡташыбыҙ Сәйет Билалов биҙәне, хатта клуб алдында ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы таңға ҡәҙәр бейетте.
Осрашыу бик күңелле үтте. Уны ойоштороуға ҙур көс һалыусы клуб мөдире Ә.Айытбаеваға, ауыл
китапханасыһы Г.Иҫәнгилдинаға, ҡатын-ҡыҙҙар советына, ағинәйҙәргә, ауыл старостаһы И.Айытбаевҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”—хәтирәләрҙе яңыртыусы, әллә ҡасан күрешмәгәндәрҙе осраштырыусы, ауылды йәнләндереүсе һәм йәмләндереүсе күркәм сара. Киләсәктә ауылыбыҙ ҙурайһын, мәктәп, клуб, мәсет, китапхана, медпункт, балалар баҡсаһы ишектәре һис ҡасан ябылмаһын.
Розалия Теүәлбаева.