Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Июнь 2019, 11:21

Балалар баҡсаһында - һабантуй

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында халыҡ байрамы - Һабантуй гөрләне.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында башҡорт халыҡ байрамы - Һабантуй гөрләне.
Балалар өсөн һабан туйы үткәреү беҙҙең балалар баҡсаһында матур традицияға әүерелде. Быйыл ул тағы ла эстәлеклерәк һәм күләмлерәк итеп ойошторолдо. Башҡорт халыҡ байрамы булғас , милли уйындарһыҙ буламы һуң?!
Сараны ойшотороусылар Ә.ҒВилданова һәм Л.Ф.Сәйетова “Әйҙә, йырла, бейе , уйнап туй, бөгөн беҙҙә - Һабантуй!” – тип байрам майҙансығына һәр төркөм балаларын саҡырып,байрамды күңелле асып ебәрҙеләр. Шуны ғына көткәндәй кескәйҙәр майҙан уртаһына ашҡынды.
Музыка етәксеһе Р.Р.Ҡашҡарова байрамды күңелле көйҙәр менән биҙәне.
Кемдер ҡалаҡ менән йомортҡа ташыны, берәүҙәр "атта" сабышты, ҡайһылары арҡан тартышты... Биҙәлгән тирмәлә иһә бәләкәстәргә башҡорт халҡының йәшәйешен, уның тормош-көнкүреше тураһында һөйләнек.
Ата-бабаларҙың аманатын, йолаларын һәм уйындарын һаҡлау һәм уларҙы йәш быуынға еткереү -- ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең бурысы. Үҙ иңебеҙгә һалынған йөкләмәне ниндәйҙер кимәлдә үтәүебеҙгә шатбыҙ. Байрам мәлендә бәләкәстәр ҙә ҡыуанды, һабантуй йылы хәтирәләр ҡалдырғандыр, тип ышанабыҙ.
Ә.Вилданова. “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: