Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Май 2019, 12:47

ҺӨЙӨП БАҠҺЫН ӘСӘЙҘӘР, ИРКӘЛӘП ҠОСҺОН АТАЙҘАР...

1 июнь—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөЙылайыр районы Һабыр ауылының “Ләйсән” балаларбаҡсаһында 30 сабый тәрбиәселәре өйрәткәндәрҙе үҙ-ләштереп, уларға иркәләнеп бала саҡтарын бәхетле үткәрә. Уйнайбыҙ тиһәләр уйынсыҡтар күп,тыштағы майҙансыҡтарында бәүелсәк, ҡомлоҡ, эскәмйә, төрлө һындар бар. —Ғәмһеҙ бала, уйнап туймаҫ саҡтары онотолмаҫлыҡ булып кес-кәйҙәрҙең күңелдәренә уйылһын өсөн тырыша-быҙ,—ти балалар баҡсаһы мөдире Асия Әхтәри ҡыҙы Хәзиева.—Иң бәләкәс тәрбиәләнеүсебеҙгә йәш ярым да юҡ әле. Шулай ҙа ул башҡаларҙан ҡалышмай үҫеп килә. Ошо көндәрҙә генә 3 балабыҙҙы—Ралина Батисова, Рүзилә Таһирова, Кинйәбай Таһировтарҙы мәктәпкә оҙаттыҡ.

1 июнь—Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Йылайыр районы Һабыр ауылының “Ләйсән” балалар
баҡсаһында 30 сабый тәрбиәселәре өйрәткәндәрҙе үҙ-ләштереп, уларға иркәләнеп бала саҡ
тарын бәхетле үткәрә. Уйнайбыҙ тиһәләр уйынсыҡтар күп,
тыштағы майҙансыҡтарында бәүелсәк, ҡомлоҡ, эскәмйә, төрлө һындар бар.
—Ғәмһеҙ бала, уйнап туймаҫ саҡтары онотолмаҫлыҡ булып кес-кәйҙәрҙең күңелдәренә уйылһын өсөн тырыша-быҙ,—ти балалар баҡсаһы мөдире Асия Әхтәри ҡыҙы Хәзиева.—Иң бәләкәс
тәрбиәләнеүсебеҙгә йәш ярым да юҡ әле. Шулай ҙа ул башҡаларҙан ҡалышмай үҫеп килә. Ошо көндәрҙә генә 3 балабыҙҙы—Ралина Батисова, Рүзилә Таһирова, Кинйәбай Таһировтарҙы мәктәпкә оҙаттыҡ.
Тәрбиәселәр—Гөлдәр Таһирова, Розалия Солтанова кескәйҙәрҙең белем һәм тәрбиә үҫешенә айырым иғтибар бүлһә, тәрбиәсе ярҙамсылары Гүзәл Сөләймәнова, Альбина Байғужина, ашнаҡсы Ләйсән Ҡаҙнабаева, кер йыуыусы Филүзә Ҡадаева, ҡарауылсылар Ғаяз Хәзиев, Илүзә Солтанғужина уңайлы шарттар тыуҙыра.
Уйнап ҡына ҡалмай Һабыр балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә, мәҫәлән, сәхнәләштереүҙә район күләмендә икенсе урын алып, 1 июндә уҙасаҡ район балалар һабантуйында уны ҡабаттан күрһәтмәкселәр. Нуриман Таһиров эпосты рус телендә ятлап уңыштарға өлгәшкән. Кейеҙ баҫыу йолаһын сәхнәләштереп, ЮНЕСКО буйынса үткәрелгән конкурста ҡатнашып, Рәхмәт хатына, сертификаттарға лайыҡ булғандар.
Шулай, кескәйҙәрҙең көндәре “Ләйсән”дең матур бала саҡ илендә үтһә, кис уларҙы ҡәҙерлеләре һағынып килеп ала.
—Әсәйҙәре һөйөп баҡһын, атайҙары ҡосһон, бәхетле булһын балалар!—тип яҡшы теләктәр менән генә оҙата уларҙы мөдир Асия Хәзиева.
Читайте нас: