АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Май 2019, 12:56

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Изге һәм яҡты байрам—Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ! Рамаҙан айы рух ныҡлығын, мәрхәмәтлекте, уйҙар таҙалығын, изге ҡылыҡтарҙы һынап ҡарар ай булды. Был мөһим һәм тантаналы көн күңел сафлығын, татыулыҡты, эске гармонияны, шәфҡәтлелекте сағылдыра. Изге байрам уйҙарыбыҙ, эштәребеҙ хаҡында йәнә бер ҡат уйланырға, фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә, төрлө милләт кешеләрен яҡынлаштыра.Мосолмандар тынысылыҡты, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә ынтыла һәм башҡаларҙы ла тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға өндәй. Динебеҙ бер генә килгән ғүмерҙе лайыҡлы үтергә, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа саҡыра.Ураҙа байрамы һәр өйгә шатлыҡ, именлек килтерһен, йөрәктәребеҙ изгелеккә, һөйөүгә тулышһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, рух ныҡлығы, күңел матурлығы, уңыштар юлдаш булһын!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Изге һәм яҡты байрам—Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ! Рамаҙан айы рух ныҡлығын, мәрхәмәтлекте, уйҙар таҙалығын, изге ҡылыҡтарҙы һынап ҡарар ай булды. Был мөһим һәм тантаналы көн күңел сафлығын, татыулыҡты, эске гармонияны, шәфҡәтлелекте сағылдыра. Изге байрам уйҙарыбыҙ, эштәребеҙ хаҡында йәнә бер ҡат уйланырға, фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә, төрлө милләт кешеләрен яҡынлаштыра.
Мосолмандар тынысылыҡты, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә ынтыла һәм башҡаларҙы ла тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға өндәй. Динебеҙ бер генә килгән ғүмерҙе лайыҡлы үтергә, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа саҡыра.
Ураҙа байрамы һәр өйгә шатлыҡ, именлек килтерһен, йөрәктәребеҙ изгелеккә, һөйөүгә тулышһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, рух ныҡлығы, күңел матурлығы, уңыштар юлдаш булһын!
Р.Ә.Афзалов,
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.