Күгиҙел, Һәмән ауылдарынан балалар йөрөп уҡыған Баймаҡ районының Билал урта мәктәбен быйыл 8 уҡыусы—ике егет һәм алты ҡыҙ тамамлай.
—1-се кластан 9-сыға ҡәҙәр 18 бала белем алды. Күптәре колледжарға белем алырға китте,—ти класс етәкселәре Дилара Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтова.—Аҙ ғына булһалар ҙа улар күмәкләһә, тауҙы аҡтарырға һәләтле.
Ысынлап та, сығарылыш уҡыусыларының ҡыҙҙары—Финзиә Ғайсина, Азалия Аманова, Гөлфиә Мырҙина, Гөлфиә Боҫҡонова бәлкәйҙән класс етәкселәре алып барған “Йәйғор” бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Гөлфирә Нарынбаева—“Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе. Ынйыгөл Юлаева һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Айгиз Әминов, Фәнғиз Үҙәнбаев—спорт алдынғылары, волейбол, футбол да уларға тиңдәр юҡ.
Ҡыҙҙар-егеттәр буласаҡ һөнәрҙәренә етди ҡарай. Ҡыҙҙарҙың күбеһе медицина юлын һайлап, шәфҡәт туташтары, фельдшер булырға теләһә, егеттәр физкультура йүнәлешенә өҫтөнлөк бирә.
Әлегә йәштәр ең һыҙғанып Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнә. Тормоштарындағы тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен, киләсәктә төрлө һөнәрҙәргә эйә булып, илебеҙ ҡеүәтен арттырыуға тос өлөш индереүҙәрен теләйек. Аҡ юл, һеҙгә, ҡыҙҙар-егеттәр!