Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:34

ВАҠЫТ ҮТӘ, ХӘТЕР ЮЙЫЛМАЙ...

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөМин әле бәләкәй, әсәй менән ҡапҡа алдында торабыҙ… Урам буйлап килгән бортлы машиналарға байраҡтар тотоп олатайҙар баҫҡан, уның артынса оҙон колоннаға теҙелеп уҡыусы ағай-апайҙар үтә. «Ҡасан ғына үҫәм инде, ошо апайҙар һымаҡ аҡ алъяпҡыс, аҡ бантиктар тағып урамдан үтер инем»,—тип хыялланам. 9 май парадына сыҡҡандарҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдыҡ. Ул саҡта миңә ни бары 4-5 йәш тирәһе ине. Бортлы машина башындағы олатай-ҙарҙың яуҙан ҡайтҡан яугирҙар икәнен аңлау ҡайҙа? Ҡабаландан яуырынына шәл генә һалып сыҡҡан әсәйемдең сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә текләп ҡарап торһам да, ни өсөн илағанын да аңламағайным.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Мин әле бәләкәй, әсәй менән ҡапҡа алдында торабыҙ… Урам буйлап килгән бортлы машиналарға байраҡтар тотоп олатайҙар баҫҡан, уның артынса оҙон колоннаға теҙелеп уҡыусы ағай-апайҙар үтә. «Ҡасан ғына үҫәм инде, ошо апайҙар һымаҡ аҡ алъяпҡыс, аҡ бантиктар тағып урамдан үтер инем»,—тип хыялланам. 9 май парадына сыҡҡандарҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдыҡ.
Ул саҡта миңә ни бары 4-5 йәш тирәһе ине. Бортлы машина башындағы олатай-ҙарҙың яуҙан ҡайтҡан яугирҙар икәнен аңлау ҡайҙа? Ҡабаландан яуырынына шәл генә һалып сыҡҡан әсәйемдең сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә текләп ҡарап торһам да, ни өсөн илағанын да аңламағайным.
Үҫтем, мәктәпкә барҙым. Өләсәйемде, яуҙа ҡалған яугир ҡатыны булараҡ, класс сәғәтенә саҡырҙылар. Икәүләп урам буйлап етәкләшеп барабыҙ. Йыл да митинг үтер һәйкәл янынан уҙғанда, өләсәй нишләптер: «Ана, ҡартатайың ҡарап тора»,—тине. Мин ышандым шуға. Һәйкәлдәге каска кейгән һалдат һынын ҡәҙерле кешем сағылышы тип ҡабул иттем...
Ун бер йыл мәктәп һуҡмағым ошо һәйкәл янынан уҙҙы. Дөрөҫ, үҫә төшкәс барыһын да аңланым: был һәйкәлдә күрмәгән ҡартатайым исеме лә ташҡа уйып яҙылған ине.
Ике ҡартатайым—икеһе лә яугир, яу юлы үткән... Тик береһен дә күрә алманым... Береһе—яуҙа, икенсеһе ҡайтҡас вафат булған.
Мин генә түгел, хатта ҡартатайым яуға киткәндә өс көнлөк кенә булып ҡалған әсәйем дә үҙ атаһы йөҙөн күрмәгән. Бына ни өсөн урамдан үткән парадҡа ҡарап әсәйем илаған икән?! Атайһыҙ иткән ҡәһәрле һуғыш уны... Ә мине ҡартатайһыҙ...
9 май етһә күңелем бошона. Балалар, үлемһеҙ полк акцияһына ҡушылып, яугир олатай-ҡартаталары фотоларын күтәреп парадҡа сыға. Ә мин үҙ балаларыма: «Бына, ҡартатайым фотоһы, ул яу юлы үткән»,—тип тә әйтә алмайым. Фото юҡ. Өскөл хаттары булған, уларын да кемдәрҙер алып юғалтҡан.
Хәтер мәңгелек...Яуҙа ҡалған батырҙар исемлеге яҙылған стела янынан тын ғына үтә алмайым, ирекһеҙҙән башым шул яҡҡа борола, унда ҡартатайым ҡарап тора кеүек. Ҡайҙандыр: «Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, балалар»,—тигәнерәк тауыш ишетелгәндәй ҡолағыма.
Эйе, яуҙан ҡайтҡандар сафтары һирәгәйә, үлемһеҙ полк һындары арта ғына. Тик, тыныс тормош өсөн башын һалған атаһының ошо парад сафтарында бер тапҡыр ғына үтә алмауына әсенеп ҡапҡа алдында әле лә әсәйем тора. Ул инде йәш әсә түгел, оло инәй... Шулай, ваҡыт үтә, хәтер юйылмай.
Миңзәлә Сирғәлина.
Баймаҡ районы һәмән ауылы.
Читайте нас: