АТАЙСАЛ
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 11:44

УРАҘА ХАҠЫНДА ХӘҘИСТӘР

Пәйғәмбәребеҙҙең изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:—«Аллаһ Тәғәлә: «Минең өсөн булған ураҙаны Мин үҙем бүләкләйәсәкмен»,—тигән» (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).—«Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай» (ән-Нәсәиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).—«Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ» (әл-Бәйһәҡиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).

Пәйғәмбәребеҙҙең изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:
—«Аллаһ Тәғәлә: «Минең өсөн булған ураҙаны Мин үҙем бүләкләйәсәкмен»,—тигән» (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан).
—«Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай» (ән-Нәсәиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
—«Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ» (әл-Бәйһәҡиҙең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
—«Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе—ауыҙ асҡанда, икенсеһе— үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда» (Мөслимдең хәҙис-тәр йыйынтығынан).
—«Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән те-ләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бө-гөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир»,—тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ» (Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис).
—«Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ» (Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан).
—«Ураҙа—ул кешене Уттан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә» (Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис).
Шәйх Мөхәммәт Салих
әл-Мөнәжжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы
70 ҡағиҙә» тигән китабынан.