АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:39

ИҪТӘЛЕКЛЕ ОСРАШЫУ

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөИлебеҙҙә тантананың иң ҙуры—Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 Май байрамы. Ваҡыт үтеү менән данлы йылдар, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә ошо һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.Сибай ҡалаһының «Ҡурай» балалар баҡсаһында данлы Еңеүгә арналған ҙур сара булып үтте. Байрамға йәм өҫтәп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Әблүзин Fәйзулла Мөхәмәт улы саҡырылғайны. Fәйзулла олатай ҙур теләк менән килде, сөнки беҙҙең балалар баҡсаһында уның бүләһе Иҙел дә тәрбиәләнә. Осрашыу кескәйҙәрҙең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, тасуири шиғыр һөйләүҙәре менән аралашып барҙы.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Илебеҙҙә тантананың иң ҙуры—Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 Май байрамы. Ваҡыт үтеү менән данлы йылдар, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә ошо һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.
Сибай ҡалаһының «Ҡурай» балалар баҡсаһында данлы Еңеүгә арналған ҙур сара булып үтте. Байрамға йәм өҫтәп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек Әблүзин Fәйзулла Мөхәмәт улы саҡырылғайны. Fәйзулла олатай ҙур теләк менән килде, сөнки беҙҙең балалар баҡсаһында уның бүләһе Иҙел дә тәрбиәләнә. Осрашыу кескәйҙәрҙең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, тасуири шиғыр һөйләүҙәре менән аралашып барҙы.
Fәйзулла олатай балаларға яу иҫтәлектәрен һөйләне, мәрхәмәтле, аҡыллы балалар булып үҫеүҙәрен теләне. Бәләкәстәр уны йотлоғоп тыңланы. Осрашыу аҙағында балалар Fәйзулла олатайға матур гөлләмә бүләк итте. Хөрмәтле ветеран аҙаҡ балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре алдында ла Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, фотоларын күрһәтте, «Хәтер» китабы менән таныштырҙы.
Fәйзулла Мөхәмәт улын юҡҡа ғына «үлеп терелгән» һуғышсы тип йөрөт-мәйҙәр. Ул көслө шартлау аҫтында ҡалып иҫен юғалта, иптәштәре уны үлгән тип ер-ләй яҙа. Әйткәндәй, «Хәтер» китабында ла Fәйзулла Әблүзиндың 1945 йылдың апрелендә һәләк булып, Бреслау ҡалаһында ерләнеүе тураһында яҙылған.
Fәйзулла Мөхәмәт улы тыуған яҡтарына 1953 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Хәҙерге көндә лә ветеран, оло булыуына ҡарамаҫтан, бик әүҙем тормош менән йәшәй.
Ил азатлығы өсөн яу яланында ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балаларыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн йәнен аямай алышҡан олатайҙарын белергә бурыслы.
Йәмилә Кәримова.