Һеҙҙе ысын күңелдән оло байрам—1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡы еңеүенең 74-се яҙы менән ҡотлайым!
Еңеү көнөнән әллә күпме ваҡыт үткән, әммә беҙҙең өсөн 9 майҙан да яҡтыраҡ һәм изгерәк байрам юҡ. Иң ауыр мәлдә бөтә милләттәрҙе берләштергән Бөйөк Еңеү һәр быуын өсөн дә ҡәҙерле.
Еңеү еңел бирелмәгән, миллионлаған кеше ғүмере менән уға хаҡ түләнгән. Һәр ғаилә шул осор батырҙары хаҡында хәтер һаҡлай: кемдер һуғыш яланында ҡаһарманлыҡ күрһәткән, кемдер тылда бар көсөн һалып эшләгән. «Үлемһеҙ полк» исемле масштаблы акция быға асыҡ дәлил. Беҙ байрам көнөндә оло ғорурлыҡ менән ата-олатайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп колонна менән үтәбеҙ. Улар илебеҙҙе фашистарҙан яҡлаған, Ватан тыныслығы өсөн көрәшкән.
Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре! Һеҙ беҙҙең тере тарих. Уның һәр бите ҡәҙерле. Еңеүсе ил балалары булыу беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына түгел, ә яуаплылыҡ та. Һеҙҙең юлды—күркәм традицияларҙы дауам итеү, үҙ тырышлығыбыҙ менән Рәсәй ҡеүәтен һаҡлау—изге бурысыбыҙ.
Матур байрам уңайынан барығыҙға ла тыныслыҡ һәм именлек, ныҡлы һаулыҡ, яҡты өмөт-тәр, күтәренке кәйеф теләйем!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.