Һәр төбәктә Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтә. Был ветерандарыбыҙға оло рәхмәт билдәһе лә, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү алымы ла. Шулай уҡ тыныслыҡҡа дан йырланыла.
Сибай ҡалаһында төп байрам саралары 7 май көнө башлана. Советтар Союзы Геройҙары Шәкирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Федор Белов һәйкәлдәренә сәскәләр һалына. Был сара башҡа тарихи урындарҙа, обелиск яндарында ла үткәрелә. Ә Үҙәк майҙанда йылдағыса «Сибайский рабочий» гәзите призына еңел атлетика буйынса ярыш уҙғарыла.
8 май киске сәғәт 6-ла Үҙәк майҙанда «Еңеү яҙы» концерты ҡуйыла.
9 май байрам сараһы иртәнге сәғәт 10-да «Мәңгелек ут» мемориалы янындағы тантаналы митинг менән башлана. Унан «Ветерандарға ҡала йырлай» исемле акция үткәрелә. Унда «Еңеү көнө» тигән йыр башҡарыласаҡ.
«Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға теләүселәрҙе иртәнге сәғәт 10-да Халыҡ ижады һәм ял үҙәге (Чайковский урамы, 30) янында көтәләр. Сөнки нәҡ ошо урындан колонна ҡуҙғалып китәсәк. Чайковский—З.Вәлиди урамы—Таусылар проспекты маршруты буйлап барып, «Сибай уттары» магазины яғынан Үҙәк майҙанға килеп инәсәк. Сәғәт 11-ҙә бында парад башлана. Артабан сәхнәләштерелгән тамаша ҡарай алаһығыҙ.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә «Анна» кафеһында (Горький урамы, 76) тыл хеҙмәтсәндәре өсөн «ялан кухняһы» эшләйәсәк.
Кисен иһә Үҙәк майҙанда «Йөрәктәрҙә мәңге ҡалырҙар» концерты тәҡдим ителә. 22.00 сәғәттә байрам салюты күкте биҙәйәсәк.
Был көндө шулай уҡ байрам сауҙаһы эшләй. Балалар-үҫмерҙәр мәктәбендә, «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында спорт ярыштары үтәсәк.