Һеҙҙе ысын күңелдән Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым!
Беренсе май—ул яҙғы яңырыу, берҙәм хеҙмәт һәм тыныслыҡ яратыусы халыҡтарҙың татыулыҡ символы. Был көндә беҙ үҙ эше менән ҡаланың, республиканың һәм илдең именлеген, бөтөнлөгөн тәьмин итеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ.
Беҙ оптимизм менән киләсәккә ҡарайбыҙ. Быға төплө нигеҙҙәр ҙә бар. Ҡала халҡы эшһөйәр, урындағы үҙидаралыҡ органдары, хеҙмәт коллективтары һәм йәмәғәт үҙ-ара килешеп эшләй. Ҡалалаштарҙың аныҡ эштәргә көйләнеүе лә ҡыуандыра. Позитив үҙгәрештәр беҙҙән етди эштәр, юғары яуаплылыҡ талап итә.
Ҙур рәхмәт һүҙҙәре менән оло быуын вәкилдәренә өндәшәм. Улар иң ауыр мәлдәрҙә фиҙакәр хеҙмәттәре менән иҡтисадыбыҙҙың нигеҙен булдырған, социаль өлкәне үҫтергән, ҡаланы төҙөгән.
Беренсе май байрамы күңелегеҙгә шатлыҡ һәм ышаныс өҫтәһен, яҡты уйҙарығыҙ иртәгәһе көнгә булған өмөтөгөҙҙө нығытһын, һәр өйҙә яҡты һәм бөхтә булһын!
Ысын күңелдән тыныслыҡ, именлек, рух ныҡлығы, иғтибар һәм ихтирам, бәхет, һаулыҡ, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.