Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Апрель 2019, 16:12

«Кендек» тирәләй әйләнә донъя

Урал аръяғында Сибай гимназия-интернатының «Кендек» КВН командаһын белмәгән кеше юҡтыр. Ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә шаян, отҡор егеттәр үҙҙәренең үҙенсәлекле шаяртыуҙары, тормошҡа позитив ҡарашлы булыуҙары менән республикала танылыу тапты.

Уҡыусылар йыл да республика кимәлендә уҙғарылған Башҡорт Юниор лигаһының, юл хәүефһеҙлеген пропагандалаусы КВН уйындарының чемпиондары. Fүмәров Дим Илшат улы «кендек»тәрҙең алмаштырғыһыҙ етәксеһе. Ул балаларға тормоштоң ығы-зығыһын юмор призмаһы аша күрә белергә өйрәтә. Әйткәндәй, гимназия-интернатының «Толпар» үҙидаралығы президенттары нисә йыл рәттән «Кендек» составынан сыҡҡан егеттәр. Тимәк, КВН уйыны аҡыллы, киләсәккә позитив ҡарашлы, талапсан, лидерлыҡ сифаттарына эйә булған уҡыусыларҙы тәрбиәләй, тиһәк һис хата булмай.
Марина Хилалова,
Сибай гимназия-интернаты директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары.