Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2019, 13:54

ӘСӘЙЕМӘ

8 МАРТ—ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨСәңгелдәктә бәүләп, хыялдарға сумып, Бала тиеп үтте төндәрең.Тормош мәшәҡәттәренән алмайҠабаланып үтте көндәрең.Һырҙар төшкән маңлайыңдаЮйылмаҫлыҡ эҙҙәр бар.Ҡырау төшкән сал сәсеңдәҺигеҙ балаң өлөшө бар.Яҡты донъя бүләк иттеңЙәшәү бирҙең үҙеңдән,Fүмереңә йылдар өҫтәр инемӘгәр алып булһа үҙемдән.Тиңләр инем һине сәскәләргәСәскәләр бит бик тиҙ шиңәләр.Ана гөлдәр ҙә бит әкрен генә:«Әсәләр бит тиңһеҙ»— тиәләр.Әсә кеше—изге кеше,Бала өсөн яна йөрәге.Әсе ҡартлыҡ килһә әсәйҙәргәБулайыҡсы ныҡлы терәге.Зөһрә Айытбаева.

8 МАРТ—ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ
Сәңгелдәктә бәүләп, хыялдарға сумып,
Бала тиеп үтте төндәрең.
Тормош мәшәҡәттәренән алмай
Ҡабаланып үтте көндәрең.
Һырҙар төшкән маңлайыңда
Юйылмаҫлыҡ эҙҙәр бар.
Ҡырау төшкән сал сәсеңдә
Һигеҙ балаң өлөшө бар.
Яҡты донъя бүләк иттең
Йәшәү бирҙең үҙеңдән,
Fүмереңә йылдар өҫтәр инем
Әгәр алып булһа үҙемдән.
Тиңләр инем һине сәскәләргә
Сәскәләр бит бик тиҙ шиңәләр.
Ана гөлдәр ҙә бит әкрен генә:
«Әсәләр бит тиңһеҙ»— тиәләр.
Әсә кеше—изге кеше,
Бала өсөн яна йөрәге.
Әсе ҡартлыҡ килһә әсәйҙәргә
Булайыҡсы ныҡлы терәге.
Зөһрә Айытбаева.