АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2019, 13:49

Мин—ҡатын-ҡыҙ

Мин—ҡатын-ҡыҙ, оҙатам да көтәм,Усағымдың утын һүндермәй.Юлға сыҡһаң, һаман хафаланам,Тәүгә булмаһа ла күндермәй.Изге теләктәрем иңеңдәге,Фәрештәләй булып һаҡлаһын.Ашҡынаһың, ашығаһың беләм,Ыласындай осоп ҡайтаһың.Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын ти,Абай йөрө, сыҡһаң юлдарға.Fүмерҙәрҙән ҡиммәт бер нәмә юҡ,Хәүефләнмәй генә юҡ-барға.Мин—ҡатын-ҡыҙ, оҙатам да көтәм,Көтөүҙәргә дусар яҙмышым.Йәмле йәйҙә, илаҡ көҙҙәрҙә лә,Көтөрмөн мин һине яҙ, ҡышын.Иҫән генә йөрө, һин бит минең,Маңлайыма яҙған яҙмышым.Гөлиә Азаматова-Мөкминова.

Мин—ҡатын-ҡыҙ, оҙатам да көтәм,
Усағымдың утын һүндермәй.
Юлға сыҡһаң, һаман хафаланам,
Тәүгә булмаһа ла күндермәй.
Изге теләктәрем иңеңдәге,
Фәрештәләй булып һаҡлаһын.
Ашҡынаһың, ашығаһың беләм,
Ыласындай осоп ҡайтаһың.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын ти,
Абай йөрө, сыҡһаң юлдарға.
Fүмерҙәрҙән ҡиммәт бер нәмә юҡ,
Хәүефләнмәй генә юҡ-барға.
Мин—ҡатын-ҡыҙ, оҙатам да көтәм,
Көтөүҙәргә дусар яҙмышым.
Йәмле йәйҙә, илаҡ көҙҙәрҙә лә,
Көтөрмөн мин һине яҙ, ҡышын.
Иҫән генә йөрө, һин бит минең,
Маңлайыма яҙған яҙмышым.
Гөлиә Азаматова-Мөкминова.