8 МАРТ—ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨ
Диана Әбдрәхимова Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбендә 4-се класта уҡый. Тырыш ҡыҙ тик «5»-ле билдәләренә генә өлгәшә, һәр дәресте ҡыҙыҡһынып өйрәнә, иптәштәренә ярҙамсыл, иғтибарлы. Ул мәктәптә, ауыл күләмендә үткәрелгән һүрәттәр конкурсынан, шиғыр һөйләү бәйгеһенән, иншалар ярышынан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай.
Диана бигерәк тә нәфис һүҙ һөйләүгә оҫта. Беренсе кластан алып «Урал батыр» эпосын яратып өйрәнә. Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын ул 3 телдә—башҡорт, рус һәм инглизсә яттан һөйләп, районда үткәрелгән йәш сәсәндәр конкурсында призер булды. Республика күләмендә үткәрелгән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында ла II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.
Үткән уҡыу йылында «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштергәндә Диана төп ролде уйнап, район күләмендә оҫта башҡарыусы булып та танылды.
Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Р.Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулап мәктәптең данын күтәрҙе.
Өлгөр, һәләтле, тәртипле, уңған уҡыусыбыҙ Баймаҡ районы хакимиәте башлығының Шыршы байрамында ҡатнашты.
Дианаға башланғыс класты тамамларға ла күп ваҡыт ҡалманы. Урта звенола ла, өлкән кластарҙа ла ул үҙен һынатмаҫ тип ышанам.
Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы.