Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Ғинуар 2019, 11:32

Тышҡа сығайыҡ, сана шыуайыҡ...

Ҡыштың иң күңелле мәле—ул рәхәтләнеп һырғалаҡтан шыуыу. Ҡаланың Үҙәк майҙанында һырғалаҡ-тауҙарҙың ниндәйе генә юҡ: тәпәше, бейеге, боҙҙан яһалғаны, пластик йәки ағастан эшләнгәне.Олоһо, кесеһе иртәнән алып эңер төшкәнсе төҫлө уттар менән балҡыған ҙур шыршы янында, боҙ һындар менән биҙәлгән майҙансыҡта күңел аса. Бында беҙ Санкт-Петербургтан килгән Вера Нуриәхмәтова һәм уның балалары Влад менән Эвелинаны осраттыҡ.

Ҡыштың иң күңелле мәле—ул рәхәтләнеп һырғалаҡтан шыуыу. Ҡаланың Үҙәк майҙанында һырғалаҡ-тауҙарҙың ниндәйе генә юҡ: тәпәше, бейеге, боҙҙан яһалғаны, пластик йәки ағастан эшләнгәне.
Олоһо, кесеһе иртәнән алып эңер төшкәнсе төҫлө уттар менән балҡыған ҙур шыршы янында, боҙ һындар менән биҙәлгән майҙансыҡта күңел аса. Бында беҙ Санкт-Петербургтан килгән Вера Нуриәхмәтова һәм уның балалары Влад менән Эвелинаны осраттыҡ.
—Сибай оҡшаймы? Нисек ял итәһегеҙ?—тигән һорауыма улар кемуҙарҙан: «Беҙ ҡартатай һәм өләсәйебеҙгә ял итергә килдек. Сибайҙа беҙҙең туғандарыбыҙ күп, уларҙың балалары менән бергәләп уйнайбыҙ. Беҙгә бында бик оҡшай»,—тип яуапланылар.
—Мин үҙем Санкт-Петербург ҡыҙы. Туғыҙ йыл элек беҙҙең ҡалаға эшкә килгән Сибай егете Артур менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ирем Санкт-Петербург ҡалаһының «Водоканал» ойошмаһында баш инженер булып эшләй, ә мин—парикмахер. Балаларҙың икәүһе лә балалар баҡсаһына йөрөй. Влад каратэ менән шөғөлләнһә, Эвелина һүрәт төшөрөргә ярата. Гел генә иремдең тыуған яғына ҡайтырға ашҡынып торабыҙ. Тәбиғәткә сығып ял итеүҙән ҙур кинәнес алабыҙ. Иптәшем Артур—балыҡсы, ул бөгөн дә туғандары менән йылға буйына китте,—ти Вера.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙе лә саф һауала ял итергә саҡырабыҙ. Ялығыҙҙы файҙалы үткәрегеҙ, мөғжизәле ҡышҡы майҙансыҡҡа ашығығыҙ!
Читайте нас: