АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2018, 15:52

Яңы йыл ҡотло булһын!

Бик тиҙҙән беҙ тарихыбыҙҙың тағы бер битен асып, Яңы 2019 йылға аяҡ баҫабыҙ.Яңы йылдан беҙ һәр саҡ мөғжизә көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ мөғжизәләрҙең оло хеҙмәт, тырышлыҡ менән булдырылғанын аңлайбыҙ. Үҙ көсөңә ышаныу, дөрөҫ маҡсат ҡуйыу, эште дөрөҫ ойоштороу ғына кәрәк. Ҡалала үтеп барған йылда күп эштәр башҡарылыуын күрмәү мөмкин түгел. Газ тултырыу компрессорлы станция, 3 күп ҡатлы йорт сафҡа инде, ҡала биләмәләре, ихаталары төҙөкләндерелде, унда балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырылды, 6 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Ил Президентын һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙы, «Урал аръяғы-2018» төбәк-ара инвестицион форумын, «Ирәндек моңдары» XIV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын матур итеп ойошторҙоҡ, Ирекмәндәр һәм Fаилә йылына арналған сараларҙы үткәрҙек. Ҡала гимназияһының «Балапандар» ирекмәндәр төркөмө «Рәсәй ирекмәндәре-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында номинацияла еңеү яуланы. Ә Fаилә йылы «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» конкурсы менән иҫтә ҡаласаҡ, уның һөҙөмтәһе булып «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» китабы сыҡты.Еңел булмаған хәлдәргә ҡарамаҫтан, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, «Башҡорт шахта-юл үтеү идаралығы» йәмғиәте тотороҡло эшләне, кесе һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ бизнесы үҙ темпын һаҡлап ҡалды. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләре үҙ эшмәкәрлектәрен яҡшы һаҡлап килә. Ҡалала экологик хәл насарайып китеү сәбәпле килеп тыуған һынауҙы барыбыҙ ҙа лайыҡлы күтәреп сыҡтыҡ. Бөгөн беҙҙең таусылар был хәл башҡаса ҡабатланмаһын өсөн бар көсөн һала.Хөрмәтле яҡташтар! Төбәгебеҙ артабан да үҫһен өсөн алға барырға кәрәк. 2018 йылды оҙатып, эшһөйәр, оптимист булып ҡала белгән ҡалалаштарыма рәхмәт белдерәм. 2019 йылда һәр йортҡа, һәр ғаиләгә бары тик именлек, изгелек, һөйөү генә алып килһен, бар хыялдарығыҙ бойомға ашһын! Ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө, дуҫтар тоғролоғо, яҡындар иғтибары һеҙгә юлдаш булһын!Яңы 2019 йыл менән!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Бик тиҙҙән беҙ тарихыбыҙҙың тағы бер битен асып, Яңы 2019 йылға аяҡ баҫабыҙ.
Яңы йылдан беҙ һәр саҡ мөғжизә көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ мөғжизәләрҙең оло хеҙмәт, тырышлыҡ менән булдырылғанын аңлайбыҙ. Үҙ көсөңә ышаныу, дөрөҫ маҡсат ҡуйыу, эште дөрөҫ ойоштороу ғына кәрәк. Ҡалала үтеп барған йылда күп эштәр башҡарылыуын күрмәү мөмкин түгел. Газ тултырыу компрессорлы станция, 3 күп ҡатлы йорт сафҡа инде, ҡала биләмәләре, ихаталары төҙөкләндерелде, унда балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырылды, 6 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Ил Президентын һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙы, «Урал аръяғы-2018» төбәк-ара инвестицион форумын, «Ирәндек моңдары» XIV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын матур итеп ойошторҙоҡ, Ирекмәндәр һәм Fаилә йылына арналған сараларҙы үткәрҙек. Ҡала гимназияһының «Балапандар» ирекмәндәр төркөмө «Рәсәй ирекмәндәре-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында номинацияла еңеү яуланы. Ә Fаилә йылы «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» конкурсы менән иҫтә ҡаласаҡ, уның һөҙөмтәһе булып «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» китабы сыҡты.
Еңел булмаған хәлдәргә ҡарамаҫтан, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, «Башҡорт шахта-юл үтеү идаралығы» йәмғиәте тотороҡло эшләне, кесе һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ бизнесы үҙ темпын һаҡлап ҡалды. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләре үҙ эшмәкәрлектәрен яҡшы һаҡлап килә. Ҡалала экологик хәл насарайып китеү сәбәпле килеп тыуған һынауҙы барыбыҙ ҙа лайыҡлы күтәреп сыҡтыҡ. Бөгөн беҙҙең таусылар был хәл башҡаса ҡабатланмаһын өсөн бар көсөн һала.
Хөрмәтле яҡташтар! Төбәгебеҙ артабан да үҫһен өсөн алға барырға кәрәк. 2018 йылды оҙатып, эшһөйәр, оптимист булып ҡала белгән ҡалалаштарыма рәхмәт белдерәм. 2019 йылда һәр йортҡа, һәр ғаиләгә бары тик именлек, изгелек, һөйөү генә алып килһен, бар хыялдарығыҙ бойомға ашһын! Ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө, дуҫтар тоғролоғо, яҡындар иғтибары һеҙгә юлдаш булһын!
Яңы 2019 йыл менән!
Р.Ә.Афзалов,
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.