Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2018, 11:46

Сибай уҡыусылары—Шыршы байрамында

26 декабрҙә Мәскәү Кремлендә Бөтә Рәсәй Шыршы байрамы үтте. «Ер планетаһының сере» тип аталған байрамға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 6 меңгә яҡын бала йыйылды. Улар араһында ата-әсәләре хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған йәки йәрәхәтләнгәндәрҙең балалары, балалар йорттарында һәм интернат-мәктәптәрҙә, аҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡтан яҡланмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа еңеүсе уҡыу алдынғылары, кадет кластарында белем алыусылар, төрлө һәләкәттәрҙән иптәштәрен ҡотҡарыусылар ҡатнашты.

Мәртәбәле Шыршы байрамына Сибай ҡа-лаһынын ике уҡыусы барҙы. Уларҙың береһе—ҡаланың 12-се мәктәбенең 6-сы «В» класы уҡыусыһы Айгөл Байдәүләтова (һүрәттә) булһа, икенсеһе—гимназия-интернаттың 7-се класс уҡыусыһы Илназ Исхаҡов.
Айгөл—уҡыу алдынғыһы ғына түгел, спортта юғары уңыштарға өлгәшкән. 12 йәшлек ҡыҙ 7 йылға яҡын «Ирәндек» боҙ һарайында фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. 1-се разрядлы спортсы быйыл Сочиҙа «Сириус» лагерында ял иткән. Илдең төп шыршыһы байрамына ла ул бик теләп, ашҡынып барған.
—Шул тиклем матур, сағыу байрам булды. Төрлө яҡтан һәр милләт балалары йыйылыуы сараға үҙенсәлекле төҫ бирҙе,—ти Айгөл, ҡыуанып.—Юл ғына аҙыраҡ ауыр булды, ә былай йәшәү шарттары, Мәскәү, байрам бик оҡшаны. Санкт-Петербург, Самара, Түбәнге Новгородтан ҡыҙҙар-малайҙар менән таныштым.
Гимназия-интернат уҡыусыһы Илназ Исхаҡов та бөтә предметтарҙан да яҡшы өлгәшә, йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы егетенә ла байрам бик оҡшаған.
Айгөл дә, Илназ да яңы йыл алдынан ошондай ҙур байрамда ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн республика, ҡала етәкселәгенә, уҡытыусыларына, ата-әсәләренә ҙур рәхмәтле. Улар киләсәктә тағы ла тырышып уҡырға, яңы үрҙәргә ынтылырға һүҙ бирҙе.
Читайте нас: