АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Декабрь 2018, 11:39

Ҡотло булһын гәүһәр, алтын туйҙар!

Сибай ҡалаһында Ғаилә йылы тип нарыҡланған 2018 йылда 10 ғаилә гәүһәр һәм 21 пар алтын туйҙарын билдәләне. Яңы йыл алдынан ҡаланың ЗАГС бүлегендә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов 60 йыл бергә-бергә татыу ғүмер иткән Марат һәм Флүрә Игебаевтарҙы, Василий һәм Лидия Корневтарҙы, Петр һәм Антонина Корниловтарҙы, Василий һәм Елена Павловтарҙы, Иван һәм Тамара Седовтарҙы, Фәйзән һәм Флүрә Таңғатаровтарҙы ихлас ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың адреслы ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

Сибай ҡалаһында Ғаилә йылы тип нарыҡланған 2018 йылда 10 ғаилә гәүһәр һәм 21 пар алтын туйҙарын билдәләне.
Яңы йыл алдынан ҡаланың ЗАГС бүлегендә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов 60 йыл бергә-бергә татыу ғүмер иткән Марат һәм Флүрә Игебаевтарҙы, Василий һәм Лидия Корневтарҙы, Петр һәм Антонина Корниловтарҙы, Василий һәм Елена Павловтарҙы, Иван һәм Тамара Седовтарҙы, Фәйзән һәм Флүрә Таңғатаровтарҙы ихлас ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың адреслы ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Шулай уҡ ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулған Александр һәм Анастасия Власовтар, Дамир һәм Зәйтүнә Ғәлиндар, Сынтимер һәм Таһира Ғилмановтар, Илья һәм Анна Гурьевтар, Александр һәм Галина Кащеевтар, Тәхүәл һәм Лира Мулламөхәмәтовтар, Рәзиф һәм Рәсүлә Нурдәүләтовтар, Ирмөхәмәт һәм Ғилминур Һибәтуллиндар ҙа махсус бүләккә лайыҡ булды.
—Һеҙҙең быуын тыуған ҡалабыҙҙы үҫтереүгә, уның ҡеүәтен арттырыуға күп көс һалған. Йорттар һалып, ағастар ултыртҡанһығыҙ, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтергәнһегеҙ. Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бергә ҡалғанһығыҙ. Ошо залда ултырыусылар бөгөнгө йәштәргә ысын мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ,—тине Рөстәм Әхмәткәрим улы матур парҙарҙы тәбрикләп.
Юбилярҙарҙы шулай уҡ ЗАГС бүлеге начальнигы А.Ә.Бохарбаева, балалары һәм туғандары ҡотланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ нәүбәтендә оло иғтибар һәм ихтирам өсөн республика һәм ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәттәр әйтте. Концерт номерҙары менән үрелеп барған сара һуңында өлкәндәр ғаилә ҡороп башлағанда төшкән тәүге бейеүҙәрен—ғаилә вальсын иҫтәренә төшөрөп, талғын музыка аҫтында парлашып бейене.
Читайте нас: