Һеҙҙе ысын күңелдән иң изге, иң күркәм байрам—Әсә көнө менән ҡотлайым!
Әсәй—һәр кем тормошондағы иң ҡәҙерле кеше. Донъяға тыуыуы, йәшәүе һәм яулаған уңыштары өсөн кеше үҙенең ғәзиз кешеһенә рәхмәтле!
Беҙҙең илдә әсәләргә айырым иғтибар бүленә. Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау—дәүләтебеҙҙең иғтибар үҙәгендә, был йүнәлеш махсус рәүештә финанслана. 2018 йылда тәүге балаға айлыҡ өҫтәлмә түләү индерелде, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаларына пособие ала башланы. Йылдан-йыл һаулыҡ нығытыу учреждениеларында ял итеүсе ҡыҙ-малайҙар һаны арта, күп балалы ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы дауам итә. Быйыл ҡалала күп балалы өс ғаиләгә сертификат тапшырылды.
Башҡортостанда иғлан ителгән Fаилә йылына арнап бик күп саралар үткәрелде. Улар ғаиләнең социаль статусын күтәреүгә, традицияларҙы һаҡлауға, сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә һәм рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелде. Былар үҙ емешен бирер, йәмғиәтебеҙ тағы ла нығыныр, берҙәмлек артыр, тип ышанам.
Көҙ айының матур байрамы менән йәнә бер ҡат ҡотлап, әсәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйем! Һеҙҙе һәр саҡ һөйөү, иғтибар, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың хәстәре оҙата барһын!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.