Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Ноябрь 2018, 14:32

Йыр менән үрелгән тормош

25 ноябрь—Әсә көнөБашҡортостан Республикаһында Әсә көнө 2001 йылдан башлап билдәләнә һәм һәр йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә байрам ителә. Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында йәшәүсе уңған әсә Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы Хәлиуллина өсөн быйыл икеләтә байрам көтөлә. Тап 25 ноябрь—Әсә көнөндә уларҙың ире Fибаҙулла Мөхәрләм улы менән бергә йәшәүҙәренә 19 йыл тула. Гөлнур апай ҙа, Fибаҙулла ағай ҙа тыуған ауылдарына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ ерендә хеҙмәт итеп йәшәй. Уларҙың сәскәләй матур дүрт ҡыҙҙары бар.

Башҡортостан Республикаһында Әсә көнө 2001 йылдан башлап билдәләнә һәм һәр йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә байрам ителә.
Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында йәшәүсе уңған әсә Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы Хәлиуллина өсөн быйыл икеләтә байрам көтөлә. Тап 25 ноябрь—Әсә көнөндә уларҙың ире Fибаҙулла Мөхәрләм улы менән бергә йәшәүҙәренә 19 йыл тула. Гөлнур апай ҙа, Fибаҙулла ағай ҙа тыуған ауылдарына тоғролоҡ һаҡлап, үҙ ерендә хеҙмәт итеп йәшәй. Уларҙың сәскәләй матур дүрт ҡыҙҙары бар. Өлкәндәре Гөлназ Өфөнөң Киров районы полиция бүлегендә эшләй, ситтән тороп Сибай институтында уҡый. Быйыл Ярат мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған Нәркәстәре Башҡорт дәүләт медицина университеты эргәһендәге колледжда белем ала. Илгизә—Ярат мәктәбенең 6-сы класы уҡыусыһы. Кинйә ҡыҙҙары Илзидә ауыл мәктәбенең 2-се класында уҡый.
—Мин үҙемде бәхетле әсә тип һанайым. Ҡыҙҙарыбыҙ уҡыуға шәп, йорт эштәрендә ярҙамлаша, әсәй тип өҙөлөп торалар. Иремдең ғаиләлә лә, ауылда ла абруйы ҙур, ул—ауыл старостаһы,—ти йорт хужабикәһе.
Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауыл клубы мөдире вазифаһын етәкләгән. Авария хәлендә тип табылған мәҙәни усаҡ ябылғас эшкә бөтмөр Хәлиуллиндар бер ҙә баҙап ҡалмай, ауылда магазин асып ебәрә. Йыр-моңдан айырылмаған Гөлнур апай ауылдың мәҙәни тормошон да, эшҡыуарлыҡ һәм шәхси хужалыҡтарындағы эштәрҙе лә берҙәй гөрләтеп алып бара. Был мөләйем, наҙлы ханымдың тырышлығына хайран ҡалырлыҡ.
Читайте нас: