Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Октябрь 2018, 13:33

Муллығы менән матур

Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Алтын көҙгә тиң ғүмер көҙөндә ололарыбыҙ сыуаҡ, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле миҙгелен кисерә. Уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған илаһи мәле уларҙың.Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы үҙәк район китапханаһында һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эшләп килгән «Сикһеҙ китапхана» клубы алтын миҙгелгә арналған «Байлыҡ, муллыҡ килтереүсе көҙ» исемле байрам сараһы уҙғарҙы.

Ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Алтын көҙгә тиң ғүмер көҙөндә ололарыбыҙ сыуаҡ, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле миҙгелен кисерә. Уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған илаһи мәле уларҙың.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы үҙәк район китапханаһында һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эшләп килгән «Сикһеҙ китапхана» клубы алтын миҙгелгә арналған «Байлыҡ, муллыҡ килтереүсе көҙ» исемле байрам сараһы уҙғарҙы.
Байрамда ҡатнашыусылар үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләрҙән, емеш-еләктәрҙән, сәскәләрҙән күргәҙмә ойошторҙо, икмәк тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтте, ер эштәре, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү тәжрибәһе һәм серҙәре менән уртаҡлашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен отҡорлоҡта, зирәклектә һынаны.
Сараны алып барыусы Көҙһылыу йәшелсәләрҙе төштә күреү нимә аңлатҡанын, емеш-еләк составындағы витаминдар, минераль тоҙҙар һәм башҡа элементтар тураһында мәғлүмәттәр әйтеп үтте. «Fәҙәти булмаған йәшелсәләр» презентацияһы менән таныштылар.
Акъяр ауылы инвалидтар ойошмаһы рәйесе Баҡтыбаева Сәбилә Мөхәмәдйәр ҡыҙы көҙ байрамында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, барыһына ла һаулыҡ, именлек теләп, кисәлә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Байрамда ҡатнашыусылар киләһе йылдың да мул уңышлы булыуын теләп, күтәренке кәйеф менән таралышты.
Зилиә Абдрахманова,
үҙәк район китапхана китапханасыһы.
Илүзә Кәримова фотоһы.