Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Сентябрь 2018, 08:22

Хәйерле сәғәттә!

Кәрешкә филиалы һаналған Татлыбай башланғыс мәктәбенә быйыл тәү башлап уҡырға дүрт бала—Асия , Аида, Сәғит һәм Эвелина бара. 2-се класта—7, 3-сө класта 3 бала белем аласаҡ. Берләшкән класты тәжрибәле уҡытыусы Алһыу Fабдулла ҡыҙы Ишмуллина уҡыта. Ул уҡыусыларының уҡыуҙа тырыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем булыуҙарын, район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулауҙары хаҡында бәйән итте.

Мәктәпле ауыл—бәхетле ауыл тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә хәҙерге заманда. Үкенескә ҡаршы, ауыл мәктәптәренә оптимизация еле ҡағылды һәм был өлкәлә бик күп мәғариф учреждениелары үҙгәреш кисерҙе. Ҡасандыр Баймаҡ районының Татлыбай ауылында ла 11 йыллыҡ белем усағы гөрләп торҙо. Һуңынан ул 9 йыллыҡҡа күсерелде. Биш йыл элек бында башланғыс кластарҙы ғына ҡалдырҙылар.

Бар эштә лә уңған татлыбайҙарҙы бер генә нәмә борсой: белем усағын һаҡлап ҡалырға һәм үҫтерергә.

Кәрешкә филиалы һаналған Татлыбай башланғыс мәктәбенә быйыл тәү башлап уҡырға дүрт бала—Асия , Аида, Сәғит һәм Эвелина бара. 2-се класта—7, 3-сө класта 3 бала белем аласаҡ. Берләшкән класты тәжрибәле уҡытыусы Алһыу Fабдулла ҡыҙы Ишмуллина уҡыта. Ул уҡыусыларының уҡыуҙа тырыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем булыуҙарын, район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулауҙары хаҡында бәйән итте.

—Ата-әсәләрҙең ярҙамы менән яңы төҫ алған мәктәбебеҙ, төҙөкләндерелгән ихатабыҙ 1 сентябрь—Белем көнөндә балаларҙың шат тауыштары менән туласаҡ һәм бында йәнә күңелле, ҡыңғыраулы тормош башланасаҡ,—тип һөйөнә филиал мөдире Гөлсинә Һиҙиәт ҡыҙы Әбделкәримова.

Альбина Таһирова.