Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Август 2018, 18:37

Ике байрамды бер итеп

Быйыл беҙ Ҡала көнө менән берлектә Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Сибайҙар был көндө икеләтә байрам, икеләтә шатлыҡ кисерҙе. Сөнки күптәрҙең яҙмышы тау сәнәғәте менән тығыҙ бәйләнгән. Йылдар дауамында комбинаттың исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшсәндәре ҡалабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн арымай-талмай эшләүен дауам итә.

Быйыл беҙ Ҡала көнө менән берлектә Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Сибайҙар был көндө икеләтә байрам, икеләтә шатлыҡ кисерҙе. Сөнки күптәрҙең яҙмышы тау сәнәғәте менән тығыҙ бәйләнгән. Йылдар дауамында комбинаттың исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәне. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшсәндәре ҡалабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн арымай-талмай эшләүен дауам итә.
25 августа Үҙәк майҙан халыҡ байрамынан гөрләп торҙо. Сибайҙарҙың шатлығы менән уртаҡлашырға баш ҡаланан, Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарынан мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Иртәнге рәттә «Урал аръяғы» күп функциялы комплекстың кәңәшмә залында «Берҙәм Рәсәй йөҙҙәре» исеме аҫтында төбәк форумы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаттары, Урал аръяғы ҡалалары һәм райондары башлыҡтары, предприятие етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. «Түңәрәк өҫтәл» рәүешендә үткән сарала Урал аръяғын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Зариф Закир улы үҙенең сығышында Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән программаһының үтәлеше, башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне. Сибай ҡалаһы ҡала округы биләмәһенә ҡағылышлы өлөшөндә ул түбәндәгеләр менән таныштырҙы: программаны донъяға ашырыу барышында 2011 йылдан 2017 йылға тиклем ҡала иҡтисадын үҫтереүгә 15, 9 миллиард һум инвестициялар индерелгән. Уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 120 процент тәшкил иткән. 2018 йылдың I кварталында инвестициялар күләме (кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын иҫәпкә алмайынса)—365 миллион һум. Был үткән йылдағы осор менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк тигән һүҙ. 2011-2017 йылда һәм 2018 йылдың 6 айында 165 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Ҡаланың урта һәм эре предприятиелары буйынса уртаса эш хаҡы—32,8 мең һум. Эшһеҙлек кимәле—0,32 процент.
2017 йылдың 6 декабрендәге (№1221-р) республика хөкүмәте бойороғона ярашлы, Сибай ҡалаһы моноҡалалар исемлегенә индерелгән. Был иһә республика һалымдары буйынса льготалар һәм льготалы кредиттар менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә.
Артабан һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Э.Р.Айытҡолова, «Гранель-күсемһеҙ милек» йәмғиәтенең генераль директоры Д.А.Назаров, «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры С.И.Рәхмәтуллин, «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры И.Т.Нафиҡов, Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Г.F.Ҡолһарина алды. Уларҙың фәһемле сығыштарынан һуң, һорау-яуап рәүешендә дискуссия ойошторолдо. Залда ултырыусылар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарға наказдар әйтте. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Й.У.Биккинов предприятиеның киләсәктә минераль-сеймал базаһын үҫтереү кәрәклеген билдәләне һәм Новопетровка ятҡылығын сығарыуға бәйле мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Әбйәлил вәкилдәре Асҡарҙан Сибайға һалынған юлдың торошо буйынса мөрәжәғәт итте. Белеүебеҙсә, 19 километр арауығындағы автомобиль юлы әле булһа ла асфальтланмаған, Казанка ауылы эргәһендәге тимер юлы аша сығыу урыны ҙур һорау тыуҙыра. Сибай ҡалаһында тағы ла бер бассейн төҙөү, Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарында музейҙарҙы, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеү һәм үҫтереү, яҙыусылар союзына ярҙам күрһәтеү кеүек актуаль мәсьәләләр күтәрелде. Республика етәкселеге, депутаттар был проблемаларҙы контролгә алды, уларҙы хәл итеү юлдарын табырға вәғәҙә итте.
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов форумдың эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне һәм алға ҡуйылған бурыстарҙың тиҙ арала хәл ителеүенә ышаныс белдерҙе.
Ҡаланың мәҙәни усаҡтары сибайҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы киң байрам программаһы менән хайран итте. Сәхнәлә йәш таланттарҙы А.Мөбәрәков исемендәге драма театры һәм Сибай концерт-театр берекмәһе артистары алыштырҙы. Ҡаланы данлаған йырҙар, бейеүҙәр, майҙанда гөрләп торған сауҙа һәм туҡланыу нөктәләре, ҡул оҫталарының эштәрен күрһәтеүсе бай күргәҙмә байрамға йәм өҫтәне. Төбәк үҫешенә тос өлөш индереүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары, Башҡортостан Хөкүмәтенең, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең, ҡала Советының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаровтың исемле сәғәттәре тапшырылды.
Ҙур сәхнәнән яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙе тәбрикләү, ғаиләләрендә игеҙәк сабыйҙары тыуған парҙарға балалар арбаһы бүләк итеү тантанаһы үҙе бер матур тамаша булып иҫтә ҡалды. Йәштәр өсөн әҙерләнгән киске программа ла бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Өфө һәм Мәскәүҙән килгән артистарҙың көй-йырҙары, «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» ярышы, арҡанда йөрөүсе оҫталарҙың сығыштары, сағыу фейерверк—сибайҙарға байрам бүләге булды.
Һүрәттә: байрамдан күренештәр.