АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Август 2018, 08:37

Сибайҙың уңған егеттәре

Сибай байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы Альберт Минһажев әйтеүенсә, эшселәрҙең ҡайһыныһын ғына алып ҡарама, уларҙың барыһы ла уңғанлығы, ҡушылған эшенә яуаплы ҡарауы менән маҡтауға лайыҡ. Слесарь-ремонтлаусылар бригадаһы бригадиры Сибәғәт Һибәт улы Боҫҡонов 1994 йылдан алып фабрикала тир түгә. Ул ваҡлау ҡорамалдарын йүнәтә, транспортер таҫмаһын ремонтлау һәм алыштырыу буйынса берҙән-бер белгес һанала.

Сибай байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы Альберт Минһажев әйтеүенсә, эшселәрҙең ҡайһыныһын ғына алып ҡарама, уларҙың барыһы ла уңғанлығы, ҡушылған эшенә яуаплы ҡарауы менән маҡтауға лайыҡ.
Слесарь-ремонтлаусылар бригадаһы бригадиры Сибәғәт Һибәт улы Боҫҡонов 1994 йылдан алып фабрикала тир түгә. Ул ваҡлау ҡорамалдарын йүнәтә, транспортер таҫмаһын ремонтлау һәм алыштырыу буйынса берҙән-бер белгес һанала. Сибәғәт ағайҙың ҡатыны Гөлнур Нәжмитдин ҡыҙы, Гөлназ ҡыҙы менән Рәфис кейәүе лә байыҡтырыу фабрикаһында хеҙмәт итә.
Смена мастеры Сәлих Иҙрис улы Фәйзуллин бында туғыҙынсы йыл эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен ышаныслы белгес итеп танытып, бергә эшләгән иптәштәренең ихтирамын яулап өлгөргән. Руданы ҡабул итеүҙән уны төрлө фракцияларға ваҡлап онтауға тиклемге бөтә технологик процесс тәжрибәле мастер күҙәтеүе аҫтында үтә.
Фабриканың ваҡлау бүлегенең өлкән мастеры Рәмил Рәхимйән улы Солтанғолов 19 йыл туған коллективына тоғро. Уның атаһы Рәхимйән Хәбит улы ла фильтрләү-киптереү цехында эшләгән. Байыҡтырыусылар династияһын дауам итеүсе Рәмилдең эше бигерәк яуаплы, ул руданы онтау процесын көйләй.
Уңған ир-егеттәрҙең барыһы ла үҙҙәренең өлгөлө хеҙмәте менән ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индерә, ғаиләләрендә матур балалар тәрбиәләй.
Һүрәттә: С.Фәйзуллин, С.Боҫҡонов, Р.Солтанғолов.