Һеҙҙе ихлас күңелдән Ҡала көнө һәм таусылар ҡалаһына нигеҙ һалыусы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының 70 йыллығы менән ҡотлайым!
Яңырыуҙар мәлендә 2004 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты УГМК-Холдинг составына инеп, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы булып китә. Был үҙгәрештәр уның асылын юғалтманы: ул ҡаланы тотоп тороусы төп предприятие булып ҡала килә. Сибай ҡалаһы комбинат менән бергә үҫте, йылдан-йыл яңы төҫ алып, үҙенә генә хас һыҙаттар булдырҙы. Бөгөн ул Урал аръяғының сәнәғәт, мәғариф, мәҙәни һәм медицина үҙәгенә әүерелде, Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш ҡапҡаһына әйләнде. Ҡалала Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, Башҡорт шахта-юл үтеү идаралығы, төҙөлөш комплексы, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ тотороҡло эшләй. Халыҡты, предприятие һәм ойошмаларҙы өҙлөкһөҙ тәьмин итеүсе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙ бурысын теүәл үтәп килә. Инженер инфраструктураһы әүҙем үҫешә, «Уңайлы ҡала мөхите», «Башҡорт ихатаһы» программалары уңышлы бойомға ашырыла. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе күптәргә өлгө булып тора.
Байрам көнөндә Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты ветерандарын, үҙебеҙҙең таусыларҙы Шахтерҙар көнө менән ҡотларға теләйем. Уларға фиҙакәр хеҙмәттәре, һөнәрҙәренә тоғролоҡ, ҡалабыҙға булған һөйөүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Айырыуса йылы һүҙҙәргә оло быуын вәкилдәре—ҡалабыҙ өйҙәрен, скверҙарын, урамдарын төҙөүселәр лайыҡ. Уларҙың тырышлығы, энтузиазмы, намыҫлы хеҙмәте Сибайҙы булдырған!
Хөрмәтле сибайҙар, һеҙгә тыныс һәм лайыҡлы тормош, киләсәккә ышаныс теләйем. Ҡалабыҙ һәр саҡ йәш, матур булһын, унан йылылыҡ, шатлыҡ, изгелек бөркөлһөн! Именлек, бәхет, һаулыҡ теләйем!
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.