Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Август 2018, 12:50

Байрамға рәхим итегеҙ!

Сибай ҡалаһы халҡы Ҡала көнөн һәм «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Байрам саралары 24 августа башлана. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Чайковский урамы, 30 адресы буйынса ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы буласаҡ. Халыҡ мәҙәниәте үҙәге алдына урынлаштырылған һәйкәл сик һаҡсыларына арнала.Төп байрам саралары 25 авгусҡа тәғәйенләнгән. 10.00-14.00 сәғәттәрҙә «Оҫталар ҡалаһы» тип исемләнгән күргәҙмә эшләйәсәк. Уны куранттар янынан Үҙәк майҙанға тиклем һуҙылған аллеяла күрергә була. Ә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ күргәҙмәһе Үҙәк майҙанға ҡуйыласаҡ. Бында шулай уҡ иртәнән кискә ҡәҙәр сауҙа гөрләйәсәк.10.00-11.00 сәғәттәрҙә «Хәйерле иртә, бәләкәстәр» исемле йәш таланттар сығышы көтөлә. Ә 11.00-14.00 сәғәттәрҙә сәхнәләштерелгән тамашаны һәм байрам концертын ҡарай алаһығыҙ. Ошо мәлдә яңы өйләнешкән парҙар өсөн акция ойошторола. Лотерея уйнатылып, йәштәргә сертификаттар тапшырыла. Төп приз—Башҡортостан буйлап сәйәхәт. Игеҙәк сабыйҙары тыуғандар өсөн балалар арбаһы бүләк ителә.17.00 сәғәттә «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» көс экстримы буйынса ярыш уҙғарыла. 18.00 сәғәттә арҡан буйлап йөрөүселәрҙең сығышы.19.00-20.00 сәғәттәрҙә «Йырлаусы һәм бейеүсе Сибай» исемле киске программа. Өфөнән Зәйнетдин сығыш яһаһа, Мәскәүҙән «Пропаганда» төркөмө килә.22.00 сәғәттә—фейерверк.

Сибай ҡалаһы халҡы Ҡала көнөн һәм «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына.
Байрам саралары 24 августа башлана. Көндөҙгө сәғәт 12-лә Чайковский урамы, 30 адресы буйынса ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы буласаҡ. Халыҡ мәҙәниәте үҙәге алдына урынлаштырылған һәйкәл сик һаҡсыларына арнала.
Төп байрам саралары 25 авгусҡа тәғәйенләнгән. 10.00-14.00 сәғәттәрҙә «Оҫталар ҡалаһы» тип исемләнгән күргәҙмә эшләйәсәк. Уны куранттар янынан Үҙәк майҙанға тиклем һуҙылған аллеяла күрергә була. Ә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ күргәҙмәһе Үҙәк майҙанға ҡуйыласаҡ. Бында шулай уҡ иртәнән кискә ҡәҙәр сауҙа гөрләйәсәк.
10.00-11.00 сәғәттәрҙә «Хәйерле иртә, бәләкәстәр» исемле йәш таланттар сығышы көтөлә. Ә 11.00-14.00 сәғәттәрҙә сәхнәләштерелгән тамашаны һәм байрам концертын ҡарай алаһығыҙ. Ошо мәлдә яңы өйләнешкән парҙар өсөн акция ойошторола. Лотерея уйнатылып, йәштәргә сертификаттар тапшырыла. Төп приз—Башҡортостан буйлап сәйәхәт. Игеҙәк сабыйҙары тыуғандар өсөн балалар арбаһы бүләк ителә.
17.00 сәғәттә «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» көс экстримы буйынса ярыш уҙғарыла. 18.00 сәғәттә арҡан буйлап йөрөүселәрҙең сығышы.
19.00-20.00 сәғәттәрҙә «Йырлаусы һәм бейеүсе Сибай» исемле киске программа. Өфөнән Зәйнетдин сығыш яһаһа, Мәскәүҙән «Пропаганда» төркөмө килә.
22.00 сәғәттә—фейерверк.