Хөрмәтле мосолмандар !
Ысын күңелдән һеҙҙе изге байрам—Ҡорбан ғәйете менән тәбрик итәм! Ул—Ислам донъяһының иң мөһим байрамдарының береһе. Рухи яңырыуҙы, иман нығыныуын, ғәҙеллек һәм тыныслыҡ тантана итеүен билдәләп тора. Ҡорбан байрамы күңел таҙалығын, мәрхәмәтлелекте, кешелеклелекте сағылдыра. Ул изгелеккә өндәй, эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы булырға саҡыра, йәмғиәтте рухи үҫешкә әйҙәй, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Был көндәрҙә мосолмандар ергә тыныслыҡ теләп доға ҡыла, халыҡ-ара татыулыҡ, кешеләрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс булыуын теләй.Сибайҙа дини байрамдар уҙғарыу күркәм традицияға әүерелгән. Мәсеттәрҙә һәм храмдарҙа рухи байлыҡты, иманды алға ҡуйған халыҡ күпләп йыйыла.Барығыҙҙы ла Ҡорбан ғәйете менән йәнә бер тапҡыр ихлас ҡотлайым! Тыныс күк йөҙө, именлек, күңел бөтөнлөгө теләйем! Байрам йортоғоҙға йылылыҡ һәм шатлыҡ алып килһен!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.