Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Август 2018, 08:50

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Һеҙҙе Ҡорбан байрамы-әйдүл Әдха менән ихлас күңелдән тәбрик итәм. Ҡорбандың мәғәнәһе—Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу. Ошо байрам аша Аллаһы Тәғәлә беҙгә үҙенә яҡынайырға форсат бирә. Салған ҡорбандарыбыҙҙы, изге ғәмәлдәребеҙҙе Раббыбыҙ ҡабул итһен.Байрамдың төп маҡсаты—Аллаһы Тәғәләнең кеше йәнен ҡы-йыуҙы харам, ҙур гонаһлы эш икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеүелер. Был көндө Мәккә ерендә миллионлаған хажиҙар, шул иҫәптән беҙҙең төбәктән дини ҡәрҙәштәребеҙ ерҙә, илдә тыныслыҡ, бәрәкәт булһын тип, ғаилә именлеге, ике донъя бәхете өсөн доға ҡыла. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе оло Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!Әғләметдин хәҙрәт Fәзизов, Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете имамы.