Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Август 2018, 08:52

Ҡәҙерле яҡташтар!

Бөгөн мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе—Ҡорбан байрамы. Был изге көндә һеҙгә рухи үҫеш, күңел тыныслығы һәм тик яҡшылыҡтар теләйем. Йорттарыбыҙҙа һәр саҡ өй йылыһы һәм именлек хакимлыҡ итһен, байрам кәйефе яңы көс, дәрт биреп, барыбыҙҙы ла тик изге эштәргә этәрһен, ғаиләләребеҙгә шатлыҡ һәм бәхет бүләк итһен. Изге башланғыстарыбыҙҙа һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын, ә йөрәктәребеҙҙә бер ҡасан да өмөт һүнмәһен. Сөнки һәр ҡайһыбыҙҙы иртәгәһе көнгә ышаныс йәшәтә.Байрам менән!Д.А.Назаров, Сибай ҡалаһы ҡала Советы округы депутаты.