Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Август 2018, 10:40

Һайлау алды агитация мәҡәләләрен биреү графигы

2 август көнө Сибай ҡалаһының «Мир» Йәштәр йортонда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына теркәлгән кандидаттар, теркәлгән сәйәси партиялар араһында йәрәбә үткәрелде. Шуға ярашлы, «Атайсал» гәзитендә улар агитация мәҡәләһе биреү хоҡуғына эйә.Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2018 йылдың 30 июнендәге 1180/01-08-се һанлы хаты һәм Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар тураһындағы Кодексының 63-се статьяһы 11-се бүлегенә ярашлы, тауыш биреү мәлендә һайлаусыларҙың өс проценттан кәм тауышын йыйған сәйәси берекмәләр агитация мәҡәләләрен түләүле нигеҙҙә генә бирә әлә. Был осраҡта улар—Башҡортостан республикаһындағы ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ Сәйәси партияһының төбәк бүлеге, «Зеленые» Рәсәй экология партияһы» Сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлеге, «РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлеге.