Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июнь 2018, 17:45

Хөрмәтле мосолмандар!

Һеҙҙе изге Ураҙа ғәйете менән ҡайнар ҡотлайым!Был байрам изге ай тамамланыуын ғына түгел, юғары рухи сифаттарҙы һәм әхләҡи идеалдарҙы билдәләүсе көн дә.Ураҙа кешеләрҙең уйҙарын һәм күңелдәрен таҙартып ҡына ҡалмай,яҡшылыҡҡа, татыулыҡҡа ла өндәй. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең ҡала мосолмандары икенсе дин вәкилдәре менән килешеп татыу йәшәй. Башҡа милләт һәм дини ҡараштағы кешеләргә күршеләрсә мөнәсәбәт,түҙемлелек һәм яҡшылыҡ, изгелек теләү—беҙҙең ҡала халҡына хас сифаттар.Ураҙа байрамы һәр йортҡа шатлыҡ-ҡыуаныс, муллыҡ алып килһен,күңелдәрегеҙ мәрхәмәтлек һәм һөйөү менән тулһын.Байрамды дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән һый тулы өҫтәл артында ҡаршылағанда мохтаждарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫһығыҙ тип ышанам.Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ,бәхет, рух ныҡлығы,иман нуры теләйем!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.