Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Июнь 2018, 16:30

Изгелекле һөнәр эйәһе

Гөлназ Абдуллина Әбйәлил районының Асҡар ауылы ҡыҙы. 1997—2002 йылдарҙа Сибай институтында уҡыған ҡыҙ, диплом алғас, яҙмышын таусылар ҡалаһы менән бәйләй. 10 йыл дауамында институтта уҡыу эше буйынса методист булып эшләй. Асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙлө ханым биш йыл элек ҡаланың Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Сибай ҡалаһы буйынса филиалына эшкә күсә.

Гөлназ Абдуллина Әбйәлил районының Асҡар ауылы ҡыҙы. 1997—2002 йылдарҙа Сибай институтында уҡыған ҡыҙ, диплом алғас, яҙмышын таусылар ҡалаһы менән бәйләй. 10 йыл дауамында институтта уҡыу эше буйынса методист булып эшләй. Асыҡ сырайлы, мөләйем йөҙлө ханым биш йыл элек ҡаланың Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Сибай ҡалаһы буйынса филиалына эшкә күсә. Тәжрибәле белгескә ташламаларға эйә һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү бүлегенең ҡарарҙар проекттарын әҙерләү секторы мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар. Гөлназ Наил ҡыҙы бында ла һынатмай, үҙенең талымһыҙ хеҙмәте менән тиҙ арала коллегаларының ихтирамын яулай. Тырышлығы һәм уңғанлығы менән башҡаларға өлгө күрһәтә.
—Беҙгә ярҙам һорап килгән кешеләр, бигерәк тә оло йәштәгеләр, йылы һүҙгә, иғтибарға мохтаж. Һәр кем менән ихлас һөйләшеп, килеп тыуған проблемалар-ҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итергә тырышабыҙ. Улар-ҙың рәхмәт һүҙҙәре беҙҙең эшебеҙгә ҙур баһа,—ти Гөлназ Наил ҡыҙы.
Г.Н.Абдуллинаның өлгөлө хеҙмәте Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының һәм Сибай ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән билдәләнгән.