АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Июнь 2018, 16:34

Хөрмәтле сибайҙар!

Илебеҙҙең төп дәүләт байрамы—Рәсәй көнө уңайынан ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүгә быйыл 28 йыл тула. 1990 йылдың июнендәге хәл-ваҡиғалар илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн милли берҙәмлек һәм дөйөм яуаплылыҡтың ысын символына, тыныслыҡ һәм татыулыҡ осорона әүрелде. Ошо йылдар эсендә беҙҙең йәмғиәт иҡтисади көрсөк һәм тәрән реформалар, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм локаль һуғыштар кисерҙе. Һынауҙарҙы уңышлы үткәнгә бөгөн Рәсәйҙе ҡеүәтле суверенлы, ил эсендә генә түгел, тотош донъя күләмендә глобаль сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле дәүләт булараҡ таныйҙар. Сүриәлә халыҡ-ара терроризмға ҡаршы уңышлы көрәш, Ҡырымда уникаль күпер асыу, Көнбайыш санкцияларын кире ҡағыу—заманса Рәсәй дәүләт системаһының көсө, ҡеүәте һәм тотороҡлоғо күрһәткесе. Киләсәктә тормошобоҙҙоң нисек булыуы, ниндәй йәмғиәт төҙөүебеҙ һәм йәш быуынға нимә ҡалдырыуыбыҙ һәр ҡайһыбыҙҙың дөйөм тырышлығына бәйле. Байрам көнөндә барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, туған ҡалабыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй именлеген арттырыуға йүнәлтелгән изге эштәрегеҙ үҙ емештәрен бирһен!Р.Ә.Афзалов,Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.