Сибай ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 73-сө яҙын 24 ветеран иҫән-һау ҡаршы алды. Шуларҙың бер тиҫтәгә яҡыны ғына байрам сараһында ҡатнашты. Ветерандар: Й.Ә.Ноғоманов, А.П.Зиновьев байрамға бер аҙна ҡалғас ҡына баҡыйлыҡҡа күсһә, фронтта саҡта уҡ «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән 95 йәшлек Александра Алексеевна Сидоренкова 9 майҙа гүр эйәһе булды.
Ҡалала Бөйөк Еңеү көнө уңайынан саралар 8 майҙа уҡ башланды. Был көндө Советтар Союзы Геройҙары Ш.Мөхәмәтйәров (А.Матросов), Ф.Беловтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалынды, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында төрлө тематик саралар үтте.
9 Майҙа иһә байрам саралары Мәңгелек ут обелискыһы янында тантаналы митингынан башланды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары, депутаттар, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариаты начальнигы Р.Ф.Зәбиров тантанаға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне.
—Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле сибайҙар! Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. 9 Май—илебеҙ тарихында иң әһәмиәтле даталарҙың береһе. Ул—хәрби дан, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм ватансылыҡ байрамы,—тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, митингыны асып.—Сибай ҡасабаһынан һуғышҡа 350 кеше киткән, шуларҙың 315-е яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө миҙалдар менән наградланған, 68-е ике һәм унан да күберәк хәрби орден менән бүләкләнгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, 200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алмаған. Сибайҙа асылған баҡыр иретеү заводы ил ҡеүәтен арттырыуға ҙур өлөш индергән. Тылда эшләүселәр көн-төн эшләп, Еңеүҙе яҡынайтҡан. Шуға ла был көндө иң йылы һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре һеҙгә тәғәйенләнә, ҡәҙерле ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре.
Сарала ҡатнашыусылар «Мәңгелек ут» обелискыһына сәскәләр һалғандан һуң, яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Артабан байрам саралары Үҙәк майҙанда дауам итте. Тантанала ҡатнашҡан 8 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын майҙандағы халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Һуғыш ветерандары, ҡала етәкселеге алдынан тигеҙ сафтарға теҙелеп парад үтте. Ҡаһармандарҙың үлемһеҙ батырлығы иҫтәлегенә тантаналы марш менән уҙған ҡала мәктәптәре, уҡыу йорттары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре барыһын да һоҡландырҙы. Хәрби парад бөтөүгә «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар ҡала урамдарынан Үҙәк майҙанға килеп етте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын фотолары менән транспаранттар тотоусыларҙың һаны 3 меңгә яҡын ине.
Йыл һайын ҡалала тыл хеҙмәтсәндәре өсөн «Ялан ашханаһы» ойошторола. Быйыл да ҡала эшҡыуарҙары берләшеп, оло быуын вәкилдәренә байрам табыны әҙерләгән. Намыҫлы хеҙмәттәре менән яулаған миҙалдарын түшенә таҡҡан инәй-олатайҙар «Анна» кафеһында «Һалдат бутҡа»һынан ауыҙ итергә йыйылды. Бында улар һыйланып ҡына ҡалманы, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, уҡыу йорттары студенттарының сығыштарын ҡарап ҡыуанды.
Үҙәк майҙанда «Дан һеҙгә, ветерандар!» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша ауыр һуғыш йылдарын күҙ алдына баҫтырҙы, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өндәне. А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, художестволы үҙешмәкәрлек коллективтарының сағыу концерты ла байрам кәйефе өҫтәне.
Байрам саралары кис көнө лә дауам итте. «Шундай уҡ май» мәҙәни сараһында йәше лә, ҡарты ла күңел асты. Ҡояш байығас халыҡ «Хәтер шәме» акцияһына ҡушылды. Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылған сара барышында кешеләр «Мәңгелек ут» обелискыһына уйып яҙылған исемдәр янына шәмдәр ултыртып, бер минут тын торғандан һуң, уларға ут тоҡандырҙы.
Киләсәк быуын тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәһен өсөн башын һалған яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.