АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2018, 12:32

ҠЫҘ БАЛА ҠУНАҠ ҠЫНА

Сибай сәхнәләрен үҙенсәлекле көнсығыш бейеүҙәре менән биҙәгән Нәркәс Бохарбаева өсөн бейеү—ул азатлыҡ һәм мөхәббәт, бәхет, шатлыҡ кисереү. Ҡыҙҙың ата-әсәһе Айнур һәм Айгөл Бохарбаевтар бөгөн дә Игорь Алябьев етәкләгән бал бейеүҙәренә йөрөй. Нәркәсте лә улар 4 йәшендә сәхнәгә сығара.

Сибай сәхнәләрен үҙенсәлекле көнсығыш бейеүҙәре менән биҙәгән Нәркәс Бохарбаева өсөн бейеү—ул азатлыҡ һәм мөхәббәт, бәхет, шатлыҡ кисереү. Ҡыҙҙың ата-әсәһе Айнур һәм Айгөл Бохарбаевтар бөгөн дә Игорь Алябьев етәкләгән бал бейеүҙәренә йөрөй. Нәркәсте лә улар 4 йәшендә сәхнәгә сығара.
Көнсығыш бейеүҙәре менән ҡыҙ ҡаланың «Ирәндек» лицейында уҡығандан ентекле шөғөлләнә, Рәсәй, Мысыр, башҡа сит ил бейеүселәренән оҫталыҡ һабаҡтары ала.
—Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән ҡартәсәйем Менәүәрә һәм ҡартатайым Миниғәлим Бохарбаевтарҙың көтөп алған беренсе ейәнсәремен. Өс ул тәрбиәләп үҫтергән ҡәҙерлеләрем миңә исемде лә үҙҙәре ҡушҡан. Бейеүгә маһирлыҡ уларҙан да, әсәйем яғынан да күскәндер. Әлеге мәлдә Магнитогорскиҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерәм. Ялда үҙемдең «Көнсығыш ынйылары» студияһына эшкә ашығам. Унда иң бәләкәс шөғөлләнеүсемә 7 йәш булһа, иң ҙуры 12 йәшлек ҡыҙ. Сибайҙа күп кенә сараларҙа ҡатнашып, кешеләргә байрам кәйефе өҫтәйбеҙ.
Көнсығыш бейеүҙәре йәки Oriental сәнғәттең бер төрө иҫәпләнә. Иң беренсе был бейеүҙәр күңел торошон, музыка һәм ритмды тойоуҙы, гүзәл затҡа үҙ-үҙеңде сағылдырырға ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙ тәненең бөтә нескәлектәрен күрһәтеүсе бейеү менән тәнен һығылмалы, билен нәҙегәйтергә теләгән һәр кеше шөғөлләнә ала, бында йәш сикләүҙәре бөтөнләй юҡ. Көнсығыш бейеүҙәренең 50-нән ашыу стиле бар. Иң таралғандары мысыр һәм төрөк мәктәптәре. Классик көнсығыш бейеү Мысырҙа, атап әйткәндә Ҡаһирәлә барлыҡҡа килгән. Тағы ла бер ҙур йүнәлеш: халыҡ стиле. Мәҫәлән, таяҡ менән бейеү, уны башта тотоп та, янбашҡа һалып та, ҡулға алып та оҫталыҡ күрһәтелә. Хамеджи стилендә бейегәндә сәстәр ялбыратыла, киң оҙон күлдәк кейелә. Тәңкәләр менән биҙәлгән шәл менән бейеү Александрия стиленә ҡарай,—ти Нәркәс, үҙенсәлекле шөғөлөнөң эстәлеген аңлатып.
II курста уҡыған тырыш ҡыҙ Өфө, Төмән, Мәскәү ҡалаларында уҙған халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре фестивалдәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә. Тере музыка оҙатыуы аҫтында (оркестр) бейеүҙәр башҡарған ҡыҙҙың уңыштары байтаҡ: Нәркәс «ALMAZ-2018», «Cairo Mirage-2017» фестивалдәре еңеүсеһе һәм призеры, Ижевскиҙа үткән Профессионалдар лигаһы чемпионаты еңеүсеһе. Киләсәктә ул көнсығыш бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың Ҡаһирәлә уҙасаҡ донъя фестивалендә сығыш яһарға хыяллана. Сәхнәгә ул костюмдарҙы үҙе тегә һәм биҙәй. Әйткәндәй, ул ысын башҡорт ҡыҙы булараҡ, салбар, ҡыҫҡа итәк кейергә бөтөнләй яратмай, оҙон еңле, оҙон күлдәктәргә өҫтөнлөк бирә. Бейеүҙән тыш, Нәркәс Айнур ҡыҙы фортепьянола уйнай, һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә, китаптар уҡый. Бер туған ҡустыһы Ихсанды, ата-әсәһен үҙе йөрөгән тарафтарҙан күстәнәстәр, бүләктәр алып ҡайтып ҡыуандырырға ярата. Уларҙы бер аҙна күрмәһә, ныҡ итеп һағыныуын йәшермәй. Ҡыҙ бала ата йортонда ҡунаҡ ҡына булыуын яҡшы аңлай Нәркәс. Шуға ла әле сәхнә күрке булып йөрөгән ҡыҙ киләсәктә үҙен һөйөклө ҡатын һәм бәхетле әсәй итеп күҙ алдына килтерә.