Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2018, 12:22

ТЫҢҒЫҺЫҘ КИТАПХАНАСЫ

Ауыл китапханалары балаларҙы, йәштәрҙе, урта һәм оло йәштәгеләрҙе берләштереүсе мәҙәни үҙәк ролен уйнай, тип әйтергә була. Баймаҡ районының Байыш ауылы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхананан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.

Ауыл китапханалары балаларҙы, йәштәрҙе, урта һәм оло йәштәгеләрҙе берләштереүсе мәҙәни үҙәк ролен уйнай, тип әйтергә була. Баймаҡ районының Байыш ауылы Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхананан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй.
Үҙенең 38 йыл ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған Нәйлә Әхмәт ҡыҙы Сөләймәнова был белем шишмәһенең утын һүндермәй. 1979 йылда Урғаҙа мәҙәниәт йортона художество етәксе булып килгән ҡыҙ артабан Ленин орденлы совхоз-техникумының Байыш бүлексәһенә агитатор, пропагандалаусы, лектор итеп ебәрелә. Улар һәүәҫкәр артистар менән ырҙын табағына, ферма-йәйләүҙәрҙең «ҡыҙыл мөйөш»тәренә йөрөп концерттар ҡуя. 1989 йылда малсылар йортонда китапхана асылғас, Нәйлә Әхмәт ҡыҙын китапханасы итеп күсерәләр. Күпме йылдар, күпме һыуҙар аҡҡан, әммә был мөләйем ханым үҙ эшенә тоғро ҡалған. Әлеге көндә ул Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең Байыш филиалын хеҙмәтләндерә.
—Беҙҙең китап фондында 7 мең китап иҫәпләнә. Урындағы һәм республика баҫмаларын алдырабыҙ. Бында элек-электән бер үк кешеләр, йәғни китаптар донъяһын үҙ иткән ауылдаштарым йөрөй. Урта быуын китап уҡыуға һүлпәнерәк. Ә бына ололар, йәштәр һәм уҡыусы балалар бында бик теләп килә. Иң өлкән китап уҡыусыбыҙ Сөләймәнов Нуретдин ағай 70-тән үткән. Шулай уҡ Зәйнуллина Яңылбикә апай йәштән уҡый. Ул: «Китап уҡымаһам мин асмын. Рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмайым,—ти. Йорт хужабикәһе Әлибәкова Гөлсинә, Байыш ауылы хакимиәте башлығы Рәхмәтуллин Фәйзи Салауат улы яңы донъя күргән баҫмалар менән даими ҡыҙыҡһына. 7-се класс уҡыусыһы Мортазин Фәнзил менән «Иң яҡшы китап уҡыусы» республика конкурсында ҡатнашып сертификат алдыҡ. Яҙыусы Т.Fарипованың ижадына арналған бәйгелә 8-се класс уҡыусылары Сөләймәнова Мәфтүнә инша буйынса, ә Йәнбәкова Айгизә викторинала еңеүсе булды. Шағирә Й.Ильясованың юбилейы айҡанлы район күләмендә үткәрелгән шиғри бәйгелә ике бала әсәһе, клуб мөдире Ибраһимова Гөлсиә 2-се урын алды,—тип эштәрен барлай тәжрибәле китапханасы.
Байыш ауылының уңған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп төрлө саралар ойошторорға ла, спектаклдәр ҡуйырға ла ваҡыт таба. Китапханасы Н.Ә Сөләймәнованың тырыш хеҙмәте район хакимиәтенең, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2015 йылда уға лайыҡлы рәүештә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелгән. Сөләймәновтар Байыш ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Нәйлә Әхмәт ҡыҙы тормош иптәше Мөхтәр Рәшит улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Руфина—Өфөлә, уртансылары Раушания Мәләүездә йәшәй. Уларҙың үҙ ғаиләләре, балалары бар. Сөләймәновтарҙың кесе улы Заһит Санкт-Петербургтағы Герцен исемендәге академияла белем ала.
Башкөллө яратҡан эшенә сумған Нәйлә Әхмәт ҡыҙы ауылдаштарын серле китаптар донъяһы менән таныштырыуын, аң-белемгә әйҙәүен дауам итә.
Альбина Таһирова.
Читайте нас: