Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2018, 12:24

НУР БӨРКӨЛӘ ЙӨҘӨНӘН...

Тәрбиәсе һөнәренә тоғро ҡалған оло йөрәкле, матур ҡатын, Сәйғәфәр ауылының уңған килене Назарова Сулпан Динислам ҡыҙы тураһында яҙмаҡсымын.

Тәрбиәсе һөнәренә тоғро ҡалған оло йөрәкле, матур ҡатын, Сәйғәфәр ауылының уңған килене Назарова Сулпан Динислам ҡыҙы тураһында яҙмаҡсымын.
Хозур тәбиғәтле Йылым ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Уйнаған уйындарында ла уҡытыусы ролен башҡара. Өләсәһенең әкиәттәрен, әсәһенең сәңгелдәк йырҙарын тыңлап, кесе туғандарын ҡарап, улар менән уйындар уйнап уҫкән Сулпан ҙурая төшкәс тәрбиәсе һөнәренә мөккибән китеп ғашиҡ була.
Шуға ла 1983 йылда Йылым мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Сибай педучилищеһының мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы факультетына уҡырға инә. Тырышып уҡый, тәрбиә серҙәренә төшөнә, белемен камиллаштыра. Бигерәк тә Рәсимә апай Ураҡсинаның һабаҡтары күңеленә һеңә. Уның биргән белемдәрен әле булһа эшендә ҡулланыуын йәшермәй.
—Эшемде Халыҡ педагогикаһына таянып алып барам, был отошло ла, фәһемле лә. Шулай уҡ балалар психологияһын ныҡлап өйрәнәм. Сөнки уны аңламай тороп ысын тәрбиәсе булыу мөмкин түгел. Һәр балаға шәхес итеп бағам, үҙемдең тиңем күреп һөйләшәм,—ти ҡулына диплом алғас та Сәйғәфәр балалар баҡсаһына эшкә килеүсе Сулпан Динислам ҡыҙы.
Эйе, ул 30 йыл ошо баҡсала үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, кескәйҙәрҙән йөрәк йылыһын йәлләмәй, тырышып эшен башҡара. Әле үҙ тәрбиәләнеүселәренең балаларын ҡабул итә башлаған. Уларҙы ул ейән-ейәнсәрҙәре һымаҡ күрә.
Замана балаларының айырылып тороуын, унан алдағы быуынға оҡшамауын билдәләй тәрбиәсе. Шуға күрә заман менән бергә атларға, үҫешергә кәрәклеген мөһим тип иҫәпләй. Яңы технологияларға—интернетҡа, телефонға, компьютерға әүрәгән балаларға ғөрөф-ғәҙәтте, йоланы оноторға ирек бирмәҫкә кәңәш итә ул. Шуға ла ата-әсәләр менән ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырған. Уны коллегалары, ата-әсәләр хөрмәт итә, балалар ярата. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ Сулпан Динислам ҡыҙы 8 балалар баҡсаһына зона етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Был эште лә ул күңел биреп башҡара. Зонала ярыштар, конкурстар, тәрбиәселәр менән йыйылыштар үткәрә.
Әле Fаилә йылына арналған план төҙөп, эште башлап та ебәрҙе. «Минең ғаиләм» тигән темаға ойошторған конкурсы йәнләнгән дә инде. Fаиләһендә иһә Сулпан Динислам ҡыҙы һөйкөмлө әсәй, өлгөлө хужабикә. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп аяҡҡа баҫтырып, бәхетле өләсәй һәм ҡартатай булып ғүмер кисерәләр. Ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала улар. Йорттарынан бөхтәлек, үҙҙәренән изге нурҙар бөркөлә.
Тәжрибәле оло тәрбиәсе Сулпан Динислам ҡыҙына эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалайыҡ.
Гөлнара Fәҙелшина.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.